

Өфөлә 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлай, шунан баш ҡаланың быяла-сүс заводында оператор булып хеҙмәт юлын башлай.
1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый һәм уны тамамлағандан һуң «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәткәр була. 1973—1975 йылдарҙа Үрге Ҡышы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, артабан Күмертау ҡалаһында һәм Өфөлә мәктәптәрҙә балалар менән эшләй.
Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн Миңлегөл Хисамова «Рәсәй мәғарифының почётлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, яҙыусылар союзы ағзаһы. Төрлө милләт шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеү менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Әҙибәнең шиғырҙарына композиторҙар йырҙар ижад иткән.
Шағирәнең донъя күргән китаптары: «Тыуған тупраҡ яҡтыһы”, «Сейәлек йыры», «Һары мәтрүшкә», «Буран моңо», «Тынлыҡтарҙа ҡалам» һәм башҡалар.
Яҡташ шағирә апайыбыҙҙы юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!