Иманлы апай

Үҙе ситтә йәшәһә лә, күңеле менән ауылыбыҙҙа ул. 

Иманлы апайИманлы апай
Иманлы апай

Яҡшымбәт ауылынан сыҡҡан Абдуллина Фируза Мөҡсин ҡыҙы һәм ул эшләп йөрөгән «ЭРЕМЕДХОЛДИНГ» компанияһы быйыл «Аҡ мәсетебеҙгә» һәм ауылыбыҙға ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Инша Аллаһ, улар күрһәткән ярҙамға беҙ мәсетебеҙгә икенсе ҡат эске тәҙрәләр, манараға тәҙрәләр, мәсеткә кергән ишекте алыштырҙыҡ.
Фируза апай Мөҡсин һәм Лениза Бикмаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Яҡшымбәт урта мәктәбендә белем ала. 1982 йылда мәктәпте тамамлағас үҙе һайлаған һөнәр буйынса белем ала һәм яратып эшендә эшләй. Ләкин тормош еле уны алыҫ Испания иленә ташлай һәм ул әлеге көндә шунда йәшәй һәм эшләй. Аллаһ тәғәлә һөйгән бәндәһе аша ғына былай беҙгә рәхмәтен яуҙыра ин ша Аллаһ. Фируза апай ошолай кешеләрҙән тиһәк тә хата булмаҫ.
Бөгөнгө көндө ауылыбыҙҙа һәм ауылыбыҙҙан сығып ситтә йәшәгән дин ҡәрҙәштәребеҙ исеменән Фируза апайыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ!
Мәсетебеҙҙә изге күңелле йомарт кешеләребеҙ өсөн дә һәр ваҡыт доғалар ҡылынып торола. Аллаһ тәғәлә риза булһын.

Яҡшымбәт ауыл мәсете

Автор:
Читайте нас