Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
27 Декабрь 2023, 03:14

Юғары награда менән ҡотлайбыҙ, апай!

Миңлегөл Хисамоваға «Башкортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. 

Юғары награда менән ҡотлайбыҙ, апай!Юғары награда менән ҡотлайбыҙ, апай!
Юғары награда менән ҡотлайбыҙ, апай!

Кисә шағирә, мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, 10 шиғри йыйынтыҡ авторы Миңлегөл Хисамоваға «Башкортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. «Минең өсөн был награда айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Хеҙмәтемде, ижадымды баһалаған Башҡортостан Хөкүмәтенә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәкселегенә рәхмәттәрем сикһеҙ! Китаптарымды уҡыған, уларҙан илһам алған уҡыусыларым менән артабан да бергә булырбыҙ, тип ышанғы килә», - тине шағирә, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.

Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы! Һеҙҙе юғары награда менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да Һеҙгә матур-матур китаптар ижад итеп, илһам нурына ҡойоноп йәшәргә яҙһын!

Автор:
Читайте нас