Кешеләрҙе ғүмер оҙонлоғо ғына
Оҙаҡ йәшәтмәне, йәшәтмәҫ
Ҡыҫҡа ғүмерҙе лә онотмаҫлыҡ
файҙалы итә бел һин, иптәш!
Исемдәре күптән онотолған
Аҙмы шағир булған донъяла
Йәшләй атһаларҙа Пушкинды
Ул үлемһеҙ, йәшәй йырҙарҙа.
Б. Бикбай
Бөгөн Яҡут китапханаһында Баязит Бикбайҙың 115- йыллығына арналған әҙәби кисә бик йәнле генә үтте.
Ошо арҙаҡлы яҙыусыбыҙҙың әҫәрҙәре оло быуын, йәштәргә, балаларға бик яҡындан таныш.
Бөгөн айырыуса ҙурлайбыҙ яҙыусыбыҙҙы, бик матур йөкмәткеле китап күргәҙмәләре ойошторолған китапханала, яҙыусының китаптары , әҫәрҙәре, яҙыусының тормош юлын асыҡ күрһәткән папҡалар, барыһы ла ысын мәғәнәһендә ошо яҙыусыға ҡарата һәр уҡыусының ҙур хөрмәт күрһәтеүен белдерә.
Башҡорт әҙәбиәте дарьяһына Баязит Бикбай ижады күпме шишмәләр булып килеп ҡушылды.
Был дарья йылдар үткән һайын тулылана ғына бара, Баязит Бикбай шишмәләре һис ҡасан да үҙенең ғәлсәр сафлығын юғалтмаҫ.
Бөгөнгө кисәлә лә Баязит Бикбайҙың шиғырҙарын тыңлап, нисәмә йылдар аша шағирҙың тауышын ишеткәндәй булабыҙ:
Миҙгел алышҡанда, ни өсөндөр
Бер аҙ яманһулап ҡуямын
Алтын тәңкә һипкән ҡайындарҙай
Ахры миндә япраҡ ҡоямын.
Ҡойолһондар әйҙә, аҡ ҡайындар
Яҙ киткәнсе йәнә йәшәрә,
Кешеләрҙә миҙгел үҙгәрткәндәй
Быуындарға күсеп йәшәйҙәр!
Бөгөнгө кисәлә шулай үҡ Баязит Бикбай эҙенән юл алған, шағирҙың вариҫтары, районыбыҙҙың талантлы шағирәләре шиғырҙарын уҡып үтәбеҙ,
күренекле яҙыусыларыбыҙ менән танышабыҙ, ауылдашыбыҙ шағирә Б. Бикбай премияһы лауреаты Рәмилә Кужакованың яңы шиғырҙарын уҡып ишкттерҙек.
Шуныһы ҡыуаныслы Баязит Бикбайҙың ижады, бөгөнгө көндә лә, йәшәүҙең мәңгелек йырын йырлай, кисәлә бик матур шиғырҙары уҡылды, әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөп, фәһемле әкиәттәрен тыңлап таралышты килгән ҡунаҡтарыбыҙ.
Бөйөк кешеләр үҙҙәренән һуң һәр ваҡыт нәсихәт ҡалдыралар.
Б. Бикбай бер яҡын ғына иптәшенә былай тип яҙҙы " Самаса ғына йәшә дуҫ- тине
Шул уҡ шиғырҙа үҙе яуабын да яҙҙы:
Самаса ғына йәшәһәм, яҙһам
Минең өсөн булыр ине
Тормош самаһыҙ арзан.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә талантлы яҡташыбыҙ бик күп көс һалған,оло шәхес, шағир, үҙенең намыҫлы хеҙмәте өсөн бик юғары наградаларға лайыҡ булған Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ, "Почет Билдәһе"ордендары менән бүләкләнгән.
1970 йылда, үлгәндән һуң, Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була.
Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентяберендә вафат була.
Яҡут китапханаһы