Китапхана мөдире Дәүләтсурина Земфира Шамил ҡыҙы Баязит Бикбайҙың тыуыуына 115 йыл тулыуға арнап "Һәр быуынға юлдаш булып..." тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Яҙыусының биографияһына ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап биреп алтынсылар белемдәрен күрһәтте. Баязит ағайҙың шиғырҙарын сәнғәтле уҡып фекер алыштыҡ. Яҡташыбыҙҙың ижадына һоҡландыҡ. Уның шиғырҙары, әҫәрҙәре беҙҙең күңелдә мәңге йәшәр.