1 февралдә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ-ның һөм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, тағы ла бик күп юғары наградаларға эйә булған Марат Талғат улы Аҙнабаев 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Исеме илебеҙҙә генә түгел, бөтөн донъяға танылған данлыҡлы күҙ табибы, ғалим районыбыҙҙың эшһөйәр халҡы менән билдәле, йәмле Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән. Ошонда уҡ урта белем алған. Бәләкәйҙән үҙенең зирәклеге менән айырылып торған малай үҙ теләге менән 6 йәшенән мәктәпкә килә. Уның уҡып китеренә хатта ата-әсәһе лә ышанып етмәй, ярай, туйһа ташлар әле тип кенә ҡуя. Ләкин ныҡыш малай һис тә бирешмәй, йәшенә ҡарамай, тырышып белем тауҙарына үрләй. Күп ваҡыт иптәштәренән үтеп тә китә. Ул ваҡытын бушҡа уҙғармай, биология менән ҡыҙыҡһына, китап уҡырға ярата, йәй көндәрендә башҡа тиҫтерҙәре менән бергә колхозға ярҙам да итә. Мәктәпте тамамлағанда йәш егет инде үҙенең табип буласағын ныҡлы хәл иткән була, сөнки сирлеләргә ярҙам итеү теләге көслө була унда. Тәбиғәттән бирелгән һәләте, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы ябай ауыл малайын иң юғары бейеклеккә күтәрә.
Хөрмәтле Марат Талғат улы! Һеҙ халыҡтың иң ҙур ихтирамына лайыҡ Кешеһегеҙ. Беҙ, Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыусылары һәм уҡытыусылар коллективы, беҙҙең мәктәптән шундай билдәле Кеше сығыуы менән ғорурланабыҙ. Һеҙ – киләсәк быуын өсөн тырышлыҡ һәм уңғанлыҡ, хыялға тоғролоҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, халҡыңа бирелгәнлек өлгөһө. Һеҙҙе матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ғүмер буйы халыҡ өсөн, ил өсөн түккән көсөгөҙ кешеләр рәхмәте булып үҙегеҙгә ҡайтһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныстарға тулы имен тормош теләйбеҙ.
Оло хөрмәт менән Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы.