Асыштарың һинең йөҙәр, меңәр,
Нур бөркөлә һинән, йыр аға.
Ҡараңғылыҡ ҡоллоғонан йолоп,
Сығараһың яҡты донъяға.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың был шиғыр юлдары бөтөн донъяға билдәле хирург-офтальмолог, академик, профессор Марат Талғат улы Аҙнабаевҡа арнап яҙылған. Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, оло шәхес Марат Талғат улы ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан йәмле Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән ир-уҙаман үҙенең тырышлығы, ныҡышлығы менән ябай ауыл малайынан исеме донъяға танылған данлыҡлы ғалим дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Тәбиғәт уға талантты ла, егәрлелекте лә йәлләмәй биргән шул. Бәләкәйҙән белемгә ынтылған Марат мәктәптә алдынғы уҡыусы була. Шул саҡта уҡ ул табип булыу хыялын күңеленә һала. Ә бит йәш егеттең әҙәбиәт юлынан йә хоҡуҡ һаҡлау юлынан китергә мөмкинселеге лә ҙур була. Ләкин ауырыу кешеләргә ярҙам итеү теләге, күрәһең, көслөрәк булғандыр. Марат Талғат улы һайлаған юлына ғүмере буйы тоғро ҡалып, намыҫлы хеҙмәт юлы үтә. Уның тураһында бик күп матур, йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Беҙ, Яҡшымбәт халҡы, ошондай данлыҡлы ауылдашыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Хөрмәтле Марат Талғат улы!
Һеҙҙе күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ихлас ҡотлап, күңел түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Кешеләр өсөн ҡылған һәр ғәмәлегеҙ, халыҡ өсөн эшләгән һәр эшегеҙ, түккән көсөгөҙ үҙегеҙгә меңләтә изгелек булып кире ҡайтһын. Яҡшылыҡ тулы йөрәгегеҙҙә дәрт-дарман, ҡулығыҙҙа көс-ҡеүәт һүрелмәһен. Алда тағы ла ҡыуаныс тулы, уңышҡа бай күп йылдар булһын. Сәләмәт, бәрәкәтле тормош насип булһын Һеҙгә, хөрмәтле Марат Талғат улы!
Оло ихтирам менән “Искра” ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәре.