Все новости

Илһөйәр кеше

Марат Талғат улы ауылға йыш ҡайтып йөрөй. 

Илһөйәр кеше
Илһөйәр кеше

Ҡайтҡан һайын мәктәпкә килә. Беҙҙең менән осрашҡанда ул тормош тураһында һөйләй. Мин бала саҡтан табип булыу тураһында хыялланам. Был һөнәр минең өсөн бик үҙенсәлекле булыуы менән ҡыҙыҡлы, сөнки бындай ауыр эш бөтәһенең дә ҡулынан килмәй. Медицина – минең өсөн бик ҡыҙыҡлы һөнәр, аҡ халатлы шәфҡәт туташтарына һоҡланам. Марат Талғат улы менән осрашыуҙар, уның тураһында күберәк белгән һайын минең теләгем тағы ла үҫә. Ул үҙ һөнәренә тоғро ҡала, күҙ ауырыуҙары менән сирләгән кешеләргә ярҙам итә. 

Айзилә САТТАРОВА,, Яҡшымбәт мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы

Айзиләнең хаты тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: