Все новости

Тылсым эйәһе

Сабый бала донъяға килеп, күҙен асыу менән, иң беренсе, моғайын, сағыу яҡтылыҡты күреп хайран ҡалалыр.

Тылсым эйәһе
Тылсым эйәһе

Тик ҡайһы бер кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡты донъяны күреү бәхетенән мәхрүм булалар. Кемдер - тыуғанда уҡ, ә кемдер - һуңыраҡ. Был хәлдәгеләргә ни тиклем ауыр булыуын хатта күҙ алдына килтереүе генә лә ҡурҡыныс. Тирә-яҡта тик ҡараңғылыҡ ҡына – башҡа бер ни юҡ...
Бындай уйҙар яҡташ шағир Кинйәғәли Абдуллиндың “Рәхмәт, доктор!” тип аталған шиғырын уҡығанда тыуҙы.
“Кеше күрә, тиҙәр, тыуған саҡта
Маңлайына яҙмыш уйғанын.
Тағы ла бер сабый мәхрүм тыуҙы
Аҡ нурынан яҡты донъяның,” – был юлдар ныҡ тетрәндерә.
Һәм шунда мөғжизә! Сабый бер мәл, күҙен асҡанда, яҡтылыҡ күрә! Шағир әсә менән баланың тиңһеҙ шатлыҡ һәм бәхет тойғоһон һүрәтләп бирә. Шиғыр исеме бөтөн донъяға билдәле Марат Талғат улы Аҙнабаевҡа бағышланған. Ул – тылсымсы. Күҙһеҙҙе күҙле итеү, ысын мәғәнәһендә, мөғжизә бит. Ә был “тылсым эйәһе” - беҙҙең Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән, беҙҙең мәктәпте тамамлаған данлыҡлы хирург-офтальмолог Марат Талғат улы Аҙнабаев. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ-ның һөм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры... Был исемдәр, был наградалар Марат Талғат улы лайыҡ булған дәрәжәләрҙең бер нисәһе генә...

Гөлгөнә АБДУЛЛИНА, Яҡшымбәт мәктәбенең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: