Все новости

Эшемде ныҡ яратам

- Киров хужалығында күптән эшләйем.

Эшемде ныҡ яратам
Эшемде ныҡ яратам

Эшемде ныҡ яратам. Эш булып торһон тип теләйем, бер көн дә эшһеҙ ултыра алмайым. Ғөмүмән мин ауыл тормошона ғашиҡмын, малдарҙы яратам. Үҙебеҙ ҙә күпләп мал тотабыҙ: эре баш малдар, кәзә, һарыҡ барыһы ла бар. Йәй көндәрендә 100-ләп ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ, баҡсала 200-300 төп помидор, ҡыяр сәсәм. Тормош иптәшем Рөстәмгә рәхмәт, миңә ярҙам итә. Өйҙәге һыйырҙарҙы ул һауа, сөнки мин ул ваҡытта эштә булам.
Шәүәли Вахитов исемендәге премияны алыуыма сикһеҙ шатмын. Быны мин хеҙмәтем өсөн ҙур баһа итеп ҡабул итәм. Беҙгә эш биреүсе, хеҙмәтебеҙҙе күрә белеүсе хужалығыбыҙ етәксеһе Дамир Байгилдинға, зоотехнигыбыҙ Юлай Һөйөндөковҡа, ферма мөдире Нәүғәт Хисмәтуллинға, бергә эшләгән коллегаларыма рәхмәттәрем сикһеҙ. Барыһына ла уңыштар теләйем...

Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: