+1 °С
Ясно
Данлыҡлы яҡташыбыҙ Марат Аҙнабаевҡа арналған экспозиция. Көйөргәҙеләр - бер-береһе өсөн йән атып торған халыҡ булараҡ, әлбиттә, был ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Барғандар. Марат Талғат улы үҙе лә булған. Йәштәргә үҙе экскурсия яһаған. Аҡһаҡал, егет-ҡыҙҙарҙы күреп, һоҡланыуын йәшермәгән, йәнә бер ҡат инандым тигән: иң талантлы, иң матур йәштәр Көйөргәҙелә үҫә. Минең арттан, тимәк, шәп алмаш килә. Ҡыҫҡаһы, оло кешенең дә, йәш быуындың да был сәфәрҙән күңелдәре булған, Айбулат, Камила, Айгизә шулай тиҙәр: экспозиция март аҙағына тиклем эшләй, һеҙ ҙә килегеҙ, беҙҙекеләрҙе белегеҙ!