Башҡортостанда булған бөтә миҙалдарҙы алып бөткәнмендер. Мәләүез районынан был исемде күптән алдым. Шулай ҙа, Көйөргәҙе районының да Почетлы гражданы булыу минең өсөн оло ғорурлыҡ, сөнки нисек кенә булмаһын, ҡайҙарға ғына саҡырмаһындар, мин ошо район кешеһемен, үҙ районымдың патриоты, районым тип янып-көйөп, уның өсөн тырышып эшләп, йәшәйем. Ниндәйҙер күргәҙмәләргә экспонаттарымды алып барып теҙәм икән, мин быны башҡалар кеүек эштәремде һатыр өсөн түгел, ә ысын күңелдән, халҡыбыҙ үҙ тарихын белһен, тигән ниәт менән эшләйем. Халыҡ өсөн йөрөйөм, ҡай саҡ хатта экспонаттарымды ватып-емереп алып ҡайтам, һуңынан үҙ көстәрем менән төҙәтеп ҡуям. Минең шәхси тарихи музейымда кемдәр генә булманы, йыл һайын меңдән ашыу халыҡ килеп күрә эштәремде. Аллаға шөкөр, кеше өҙөлгәне юҡ, ҙур-ҙур түрәләр ҙә килеп тора. Экспонаттарға килгәндә, уларға ла ҡытлыҡ юҡ, дуҫ-таныштар, таныш булмағандар, һәммәһе лә минең шәхси музейыма экспонаттарын бүләк итеп торалар. Араларында бик ҡыйбатлы экспонаттар ҙа етәрлек, был минең өсөн оло мәртәбә, тимәк минең тырышлыҡтарым бушҡа түгел. Экспонаттар ҡуйырға урын етмәй, шуныһы йәл, республикабыҙҙың бер музыйында ла бындай хәл күҙәтелмәй, ундай бай музейҙар бик һирәк. Күптәр, рәхмәт, Минияр ағай, һинән өлгө алабыҙ тиҙәр, музей эштәрендә уларға үрнәк күрһәтә алауым менән ғорурланам.
Музейҙан тыш, улым Дамир менән бергә мәрхәмәтлекте лә онотмайбыҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсе мохтаждарға, районыбыҙға, мәсеттәргә ярҙам итеп торабыҙ. Үҙ ғүмеремдә биш мәсет асырға тура килде.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.