Күптән түгел Өфө районының Алексеевка мәҙәниәит йортонда билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән килгән балалар – ансамблдәр, айырым башҡарыусылар һынау тотто. Унда ҡатнашыусы һәр кем илһамланып, рухланып, бай тәьҫораттар алып таралышты. Ошо уңайҙан был иҫ киткес матур моң байрамын ойоштороусы, Өфө районы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, ҡурайсы, музыкант, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Вәсил Булат улы Тимеров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Вәсил Булатович, башта Айрат Ҡобағошов менән нисек танышыуығыҙ тураһында иҫкә төшөрөп алайыҡ әле?
- Айрат Миңләхмәт улы Өфө сәнғәт академияһында эшләгән ваҡытта уның уҡыусыһы Фаил Фәнил улы Кәримов Күмертауҙа “Күмерселәр” мәҙәниәт һарайында аккомпаниатор булып эшләй ине. Айрат ағай менән йәш айырмаһы байтаҡ булһа ла, улар бик дуҫ булдылар. Бер ваҡыт Өфөгә килгәндә Фаил Кәримов мине Айрат ағай менән таныштырҙы. Ул саҡта миңә 36 йәш ине. Айрат ағай, хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшеп алғас, бер күреүҙән үк: “Был егет булдырасаҡ!” - тип әйтеп ҡуйҙы һәм: “Ҡустым, һиңә уҡырға кәрәк” – тип, мине Өфө сәнғәт академияһына уҡырға саҡырҙы. Уға тиклем Салауат музыка училищеһын бөткәйнем. Бына шулай, һис уйламағанда, үҙем Салауатта эшләп, Өфө сәнғәт академияһына ситтән тороп уҡырға индем.
Диплом яҙғанда, үҙем Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Иҫке Юлдаш ауылында тыуып-үҫкән кеше булараҡ, данлыҡлы яҡташым, атаҡлы сәсәнебеҙ Мөхәмәтша Буранғолов ижадын һайланым. Айрат ағай миңә М.Буранғолов тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе, китаптар табып та ярҙам итте. Шулай итеп, Салауатта Балалар музыка мәктәбендә ҡурай класын етәкләнем һәм 25-се башҡорт гимназияһында ҡурай түңәрәге алып барҙым.
Малайҙар үҫеп, Өфөгә уҡырға ингәс, балаларға яҡыныраҡ булыу өсөн, ике йыл элек үҙебеҙгә лә Өфө районына күсеп килергә тура килде. Бында килгәс, Чесноковка балалар сәнғәт мәктәбендә һәм Зубов “Белем” мәғариф үҙәгендә ҡурай түңәрәге асып ебәрҙем. Быйыл 1 сентябрҙә бында күсенеп килгәнебеҙгә ике йыл була.
- Конкурс беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, юғары кимәлдә үтте. Балалар сәхнәгә сығып, үҙҙәрен профессиональ ҡурайсылар һымаҡ хис итеп торҙо. Ә шулай ҙа, ни өсөн конкурсты фәҡәт балалар араһында ойошторорға булдығыҙ? Ғөмүмән, конкурс ойоштороу идеяһы ҡасан барлыҡҡа килде?
- Ҡурай конкурсы ойоштороу идеяһы ҡапыл ғына килеп тыуҙы. Өфө районының Балалар сәнғәт мәктәбе Халыҡ инструменттары бүлеге етәксеһе Альберт Әдит улы Шафиҡов менән бер осрашып һөйләшкәндә балалар араһында милли музыка ҡоралдары конкурсын ойошторорға булдыҡ. Положениеһын да бергәләп әҙерләнек. Аллаға шөкөр, өлкәндәр өсөн конкурстар күп уҙғарыла. Беҙ бәләкәй балалар өсөн конкурс ойошторорға булдыҡ. Музыка мәктәптәренән балалар күберәк булһын тип, положение буйынса 6 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡатнаштырырға ҡарар иттек. Түңәрәккә йөрөгән балалар булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Балалар, ғөмүмән, халыҡсан уйнарға тейеш. Бына ошоларҙы күҙ уңында тоттоҡ. Беҙ саф балаларҙың күңелен күрергә тырыштыҡ. Балалар ҡәнәғәт булып ҡайтҡандыр тип уйлайым. Шуныһы ла иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ: һуңғы ун-ун биш йылда ҡыҙҙар ҙа бик әүҙем рәүештә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә башланы. Ҡыйыуҙар, тәүәккәлдәр, егеттәр менән бер ҡатарҙан ярышалар. Бөтәһе лә – уның уҡыусылары!
- Балаларҙың сығыштарын үҙ эшен яҡшы белгән белемле, көслө музыканттар баһаланы. Жюри ағзаларын нисек һайланығыҙ?
- Жюри ағзаларын мин үҙем һайланым. Жюриҙа төптән белемле, ихлас күңелле кешеләр генә булды. Һәр береһе – үҙ урынында. Әйткәндәй, барыһы ла Айрат Миңләхмәт улының студенттары. Балаларҙың ҙур теләк менән, дәррәү ҡатнашыуы шатлыҡлы хәл. Был конкурста 127 бала ҡатнашты. Ысынлап та, конкурс беренсе тапҡыр уҙғарылһа ла, киң масштабта үтте, республика күләмендә үтте тип баһаларлыҡ. Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмайҙыр ул. Ошо идеяның килеп сығыуы ла буштан түгел, быйыл Ғаилә йылы, Өфөнөң 450 йыллығы кеүек мөһим даталарҙы билдәләйәсәкбеҙ, ошо ниәттән сығып эшләнгән эш.
- Ә шулай ҙа иң ауыры – сәхнә артында, йәғни ойоштороу эштәре, аҡса мәсьәләһе...
Роза САФИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.