Все новости

Шатунов хаҡында фильмға эләктек

Улар кисә Мәскәүҙән өсәү килде: 

Шатунов хаҡында фильмға эләктек
Шатунов хаҡында фильмға эләктек

Анна Ловцова (хәбәрсе), Арсений Свинаренко (оператор) һәм беҙҙең күптәнге таныш, Ю. Шатуновтың ижадына ғашиҡ, уның исемен йөрөткән клуб ағзаһы Марина Богданова.

Баҡһаң, МузТВ яҡташ йырсыбыҙ хаҡында документаль фильм төшөрә икән, ошо маҡсаттары менән, Ырымбур гиҙгәндәр, Иҫке Отрадала, Савельевкала булғандар һәм, әлбиттә, Күмертауға ла һуғылғандар. 
Юрий Шатуновты күреп белгән беҙҙә кем бар? Ул - Евгений Ветюгов. Уны саҡырғандар, Ринат Низаметдиновтың өйөнә ингәндәр (уның йорто тышына Ю. Шатунов һүрәте төшөрөлгән, был һүрәтте төшөргән рәссам да быйыл китеп барҙы). БРГИ-ға ла инергә теләктәре булған, әммә унда ремонт бара тип, был уйҙан дүнгәндәр икән. 
Һөҙөмтәлә, фильм нисек килеп сығыр тиҙҙән күрербеҙ. Шатуновтың тыуған көнөнә, 6 сентябргә, өлгөртөргә тейештәр. 
Автор:
Читайте нас: