Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
8 Августа 2024, 09:44

«Южурал-Ойл» ситтә ҡалмай

Бар күңелен һалып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған яҡташтарыбыҙ булыуы ғорурлыҡ өҫтәй.

«Южурал-Ойл» ситтә ҡалмай
«Южурал-Ойл» ситтә ҡалмай

Бик күп изге эштәр ҡылып, башҡаларға ла өлгө булып тороусы «Южурал-Ойл» йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡов тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Шундай ир-уҙамандары булғанда илебеҙ ҙә ныҡ. Махсус хәрби операция башланыу менән «Южурал-Ойл» компанияһы ситтә ҡалмай Ватаныбыҙ һағында торған ир-егеттәргә ярҙам итергә ашыҡты. Сөнки алғы һыҙыҡта яугирҙарға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим икәнен ишетеп кенә белмәй улар. Әйткәндәй, компанияның өс хеҙмәткәре өлөшләтә мобилизация сиктәрендә, ә һуңынан тағы ла алты батыр ир-егет үҙ теләге менән МХО-ға юллана.
Компания ветерандар ойошмалары һәм урындағы үҙидаралыҡ менән берлектә фронт өсөн генераторҙар, ике УАЗ автомобиле, матрастар, алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәргә йылынырға ярҙам иткән бәләкәй мейестәр, аҙыҡ-түлек, маскет селтәрҙәре һәм башҡа кәрәкле нәмәләр ебәрәләр. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән танк дивизияларының береһенә лә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Изге эштәре өсөн уларға яуап итеп командованиенан «Махсус хәрби операция зонаһында Һауа-десант ғәскәрҙәре подразделениеларына гуманитар ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индереү өсөн» тигән рәхмәт хаты килә.
"Беҙ яугирҙарҙың үҙҙәренән, ветерандар ойошмалары вәкилдәренән, ирекмәндәрҙән яуҙағылар нимәгә мохтажлығын белешеп, кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып ебәрәбеҙ. Әлеге ваҡытта «ГАЗель»автомобиле махсус хәрби операция яланына юлланды", -ти Зиннур Закир улы.
ВСТАВКА
Республика башлығы Р.Хәбиров:"Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ. Күп эшҡыуарҙарҙың, бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеп торғанын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. “Атайсал” проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына".

Автор:
Читайте нас: