Все новости

Йөрәгегеҙ йәш саҡ

Ниһайәт тип әйтәйекме, Әнүәр абзыйға был исемде бирҙеләр.

Йөрәгегеҙ йәш саҡ
Йөрәгегеҙ йәш саҡ
1999 - 2019 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертау филиалы директоыр булып эшләгән, уңарсы әллә нисәмә йылдар фән өлкәһендә тир түккән, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаған, ғөмүмән әйткәндә, ҡала өсөн бихисап өлөш кереткән Әнүәр Даутовҡа Күмертау ҡалаһының почетлы гражданины тигән исем бирҙеләр. Дөрөҫ, уны бер нисә көн элек үк депутаттар ҡулдарын дәррәү күтәреп, документаль рәүештә раҫлап ҡуйғайнылар, бөгөн, бына, ошо байрамда, һәммә кеше алдында танытмаһын үҙенә тотторҙолар. 
Ҡотлайбыҙ, Әнүәр абзый, дәрегеҙ мул, йөрәгегеҙ йәш саҡ, ҡала ғорурлығы булып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә-эшләргә яҙһын! 
Автор:
Читайте нас: