Все новости

Зиннур Закир улына

Һиндәй ирҙәр хәҙер һирәк тыуа,

Зиннур Закир улына
Зиннур Закир улына

Улар тарта йөктөң ауырын.
Халҡы өсөн тибә оло йөрәк,
Иле өсөн яна бауыры.

Боҙлауыҡтар йылдам иреһә лә,
Йылы етмәй ерҙә кешегә.
Заман ҡара тиргә батҡан мәлдә,
Ниңә әле башҡорт өшөгән?

Көн-төн тимәй ҡырҡҡа ярылаһың,
Сәғәт түгел, минут һанаулы.
Яҡташтарың һинән ярҙам көтә,
Күпме яҙмыш бөгөн ямаулы.

Батырҙарҙың һаҡлап Аманатын
Үткәрәһең оло йыйындар.
Кеше күңелдәрен йылытыуы,
Яҡтыртыуы, беләм, ҡыйындыр.

Изге эштә Алла ярҙам итһен,
Терәк булһын дуҫтар, туғандар.
Закир Аҡһаҡалдың балалары
Үҙенә оҡшап тырыш, уңғандар.

Заманыңа, шуға, баш бирмәйһең,
Ынтылаһың иң-иң үренә.
Һин тауҙаһың, офоҡ ситтәрендә
Яҡты киләсәгең күренә.
Тимер НИӘТШИН

Автор:
Читайте нас: