Диҡҡәт ағайбыҙ беҙҙең Башҡортостаныбыҙ, тыуған яғыбыҙ өсөн бик күп көс һалған кеше. Ул Башҡортостаныбыҙҙа төрлө ҡаҙылмалар табыу буйынса геолог булараҡ күп эштәр башҡарған. Шулай уҡ ул күренекле яҙыусы, дүрт китап авторы. Фәни һәм популяр формала балаларға еткерерлек, аңлайышлы итеп яҙған кеше. Етмештән ашыу төрлө статьялар авторы. Унан башҡа илебеҙҙә, республикабыҙҙа геологтарҙан беренселәрҙән булып экология буйынса һыуҙы һаҡлау проблемаһын күтәргән кеше. Диҡҡәт Насретдин улы бик күп көс һалған 60-сы йылдар аҙағында 70-се йылдарҙың башында башҡорт ауылдарын һаҡлау буйынса эшләгән кеше. Тыуған төйәге өсөн янып йәшәгән шәхесебеҙҙе иҫкә алыу беҙҙең изге бурыс. Туғандарыбыҙ, белгән кешеләребеҙ, уҡытыусылар, тәрбиәселәр шәхесебеҙҙең башҡарған эштәрен мәктәп уҡыусыларына еткерһендәр ине.
Алла бирһә, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында Диҡҡәт Бураҡаев исеменә арналған география кабинеты астырырға тигән ниәт менән янам. Шуға күрә уның тураһында байтаҡ төрлө материалдар йыйып барам. Шуларҙың араһында Диҡҡәт ағай тураһында Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева биргән материалдар ҙа бар. Был кабинетта витриналар урынлаштырып, унда Бураҡаевтар ғаиләһе биргән төрлө экспонаттар һалынасаҡ, стендтар әҙерләнәсәк. Шулай итеп үҙебеҙҙең яҡташыбыҙҙы, оло шәхесебеҙҙе, яҡты эҙҙәр ҡалдырған кешебеҙҙе онотмайынса ошолай эштәр башҡарыу планда тора.
Аҫыл зат
Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаев 1932 йылдың 30 декабрендә Башҡорт АССР–ы Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылында Насретдин һәм Ғөмәйрә Бураҡаевтарҙың ҙур ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға тыуа. Ғаиләлә бер-бер артлы Ғәйнетдин, Диҡҡәт, Рәмзик, Гөлсирә, Зөлфирә, Венера исемле балалар үҫә.
Үрге Мотал – иҫ киткес матур ауыл. Уның эргәһенән аҡҡан Шайтан, Ҡотой һәм Сорағол йылғалары, ошо тирәләге Таштау, Сатра, Убыр күле, төпһөҙ мәмерйәләр һәм башҡа мөғжизәле урындарҙа бәләкәй Диҡҡәт үҙенең тәүге тәбиғәт дәрестәрен ала.
Диҡҡәттең шәхесе формалашыуҙа олатаһы Зыяетдиндың да роле ҙур була: тыуған яҡҡа һөйөү, ғаилә өсөн оло яуаплылыҡ тойоуҙа, белемгә ынтылыуҙа ҙур тәрбиә бирә ул.
Атаһы Бураҡаев Насретдин Зыяетдин улы Көйөргәҙе районының Яҡуп, Абдул, Свобода мәктәптәрендә директор, уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә, 1943 йылдың 20 ғинуарында өлкән лейтенант Насретдин Бураҡаев Воронеж өлкәһенең Скупой утары эргәһендә батырҙарса һәләк була.
Диҡҡәт, Үрге Мотал башланғыс мәктәбен тамамлағас, күрше Васильевка ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый, бер юлы "Һалҡын Шишмә" колхозында 1944-1949 йылдарҙа почтальон булып эшләй. Артабан уҡыуын Таймаҫ мәктәбендә дауам итә, йәй көнө Аллағыуат-Бабай тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша.
1949 йылда Өфөләге 9-сы һанлы башҡорт интернат-мәктәбенә (хәҙерге Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына) уҡырға бара. Уның уҡыуы һәм тәртибе, бөтөн булмышы менән белемгә ынтылып йәшәүе – мәктәптең тарихында матур бер иҫтәлек. Уҡыуҙы көмөш миҙалға тамамлай.
1952-1957 йылдарҙа М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетында уҡый һәм уны отличие билдәһе менән тамамлай. Студент сағында Кавказ тауҙарында, Баренц дингеҙ буйҙарында студенттар отряды менән практика үтә. Д. Бураҡаев геология отрядының етәксеһе сифатында Эльбрус тауы итәгендә күмер ятҡылығына разведка үткәреп, яңы күмер ятҡылығы табыуға өлгәшә.
Хеҙмәт юлы
Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы – арҙаҡлы ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, балалар яҙыусыһы, журналист-публицист
08.1957-06.1959 йй. – СССР Фәндәр академияһы, Башҡортостан филиалының Тау һәм Геология институтының өлкән лаборанты.
06.1959-05.1960 йй. – Тау һәм Геология институтының кесе ғилми хеҙмәткәре.
06.1960-05.1963 йй. – Нефть һәм газ йүнәлеше буйынса Тау һәм Геология институтының аспиранты.
06.1963-10.1969 йй. – Тау һәм Геология институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән инженеры.
02.1968 й. – Геология-минералогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу өсөн дисссертация яҡлау.
10.1969-10.1972 йй. – Геология институтының ғилми сәркәтибе.
1972-1981 йй. – Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
1957 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын тамамлағас, Диҡҡәт Бураҡаев СССР Геология министрлығының (артабан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы, хәҙерге ваҡытта – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге) Геология институтында сирек быуатҡа яҡын эшләй. Ошо дәүер эсендә Д.Н. Бураҡаев республикабыҙҙа һәм унан ситтә Көньяк Урал геологияһын өйрәнеү өлкәһендә ҙур һәм абруйлы белгес булып өлгөрә. Ул үҙ ғүмерендә 70 ғилми хеҙмәт яҙа, республика һәм Бөтә Союз ғилми кәңәшмәләрендә 15-тән ашыу доклад һәм сығыш яһай, 100-ҙән ашыу мәҡәлә, 10 ҡулһыҙма карталар, 4 китап авторы.
Д.Н. Бураҡаевтың ғилми эҙләнеүҙәре республикабыҙҙың Урал алды райондарында был төбәктең аҙ өйрәнелгән карбон ҡатламдарында нефть һәм газ перспективаларын билдәләүгә йүнәлтелде. Бының менән ул Башҡортостандың минераль-сеймал базаһын үҫтереүгә ғайәт ҙур өлөш индерҙе. Иң ҙур һәм иң әһәмиәтле эше – Арлан нефть ятҡылығы аҫтындағы ташкүмер ятҡылыҡтарын тикшереү һәм запастарын билдәләү. Диҡҡәт Бураҡаев был күмер ятҡылыҡтарын геологик яҡтан беренселәрҙән булып ентекләп өйрәнде, был турала фәнни хеҙмәт яҙып ҡалдырҙы.
Д. Бураҡаев геология тармағында ғалимдар Ҡ. Тимерғазин, Б. Мәһәҙиев, М. Моталов, Ә. Закиров һымаҡ башҡорт телен яҡшы белгән күренекле геологтарыбыҙ менән бер рәттән геология терминологияһын үҫтереү-байытыуға ҙур өлөш индерҙе.
Күп ҡырлы талант
Илһөйәр, ерһөйәр, телһөйәр
Диҡҡәт Бураҡаев, башҡорттар араһынан сыҡҡан тәүге геологтарҙың береһе булараҡ, талантлы журналист та, балалар яҙыусыһы ла, эколог та.
Д.Н. Бураҡаевтың һәләтле, оло исемле ғалимдар араһында ла һирәк осрай торған һоҡланғыс бер сифаты бар ине. Был – уның фән-белем, ғилми фекер ҡаҙаныштарын һәр ваҡыт халыҡҡа, киң ҡатлам уҡыусыларға еткерә барыу ынтылышы. Ниндәй ихласлыҡ һәм геология белемдәренә, шул белемдәр менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға тәрән хөрмәт һәм мөхәббәт тойғоһо менән яҙылыр ине уның фәнни-популяр хеҙмәттәре.
Бураҡаев шәхесенең ҙурлығы уның фәнни-популяр, журналислыҡ эшсәнлегендә (СССР Журналистар союзы ағзаһы) бөтә тулылығында сағылды. Ул пропагандалаған геология фәне, геология белемдәре һәр ваҡыт тыуған тәбиғәт яҙмышы, башҡорт теленең ошо тупраҡта үткән данлы тарихы менән үрелеп барҙы. Уның өсөн ер тәбиғи байлыҡтар сығанағы ла, ата-бабаларҙың изге төйәге лә булды.
Ғалим булыуы өҫтөнә, һәләтле балалар яҙыусыһы ла ине Д. Бураҡаев. Тап бына уның "Серҙәр донъяһына сәйәхәт", "Нефть тураһында очерктар", "Аждаһа күле", "Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт" тигән китаптары аша фәнни танып белеү башҡорт балалар әҙәбиәтенә ныҡлы нигеҙ һалынды.
Диҡҡәт Насретдин улы – тәбиғәтте һаҡлау, Башҡортостан матбуғатында экологияның көнүҙәк проблемаларын күтәреүгә бик күп көс һалған белгес. Был йүнәлештәге эшсәнлеге өсөн уға бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Башҡортостан республика советының премиялары бирелде. Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен, ғөмүмән, геологтарҙың көндәлек хәстәрлегенә әйләндереү фекерен күтәреп сыҡты. Ерҙең иң ҡиммәтле байлығы кеше аҙығы һымаҡ уҡ ҡәҙерле һыу һәм һыуҙы һаҡлау проблемаларына арнап, һәр яҡтан нигеҙләнгән ғилми-публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Һыу, беҙҙең йылға-күлдәребеҙ – барса тереклектең йәшәү сығанағы, уның ҡәҙерен беләйек, тип мөрәжәғәт итте ғалим замандаштарына.
70-се йылдарҙа Диҡҡәт Бураҡаев менән Мәрйәм Бураҡаева "перспективаһыҙ" боронғо тарихи башҡорт ауылдарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн бик күп тырышлыҡ күрһәтте, уларҙы юҡҡа сығармау өсөн көрәшеүҙең дә әһәмиәте ҙур ине.
Журналистика һәм балалар әҙәбиәте өлкәһендәге ошо хеҙмәттәре өсөн уға “Башҡорт АССР-ның Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Илдар ТАИПОВ, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ның география уҡытыусыһы
(Р.Шәкүр, Т.Шаһманов, В.Бураҡаева материалдарын һәм Д.Бураҡаевтың ҡулъяҙмаларын ҡулланып әҙерләне).