+19 °С
Болотло
Гөлназ Асаеваның ире Вилдан Шәмсетдинов өс ай эсендә 100 штраф йыйған.
ФССП мғлүмәттәре буйынса, артистың 116 мең һум (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса - 155 мең) бурысы бар, уларҙың яртыһынан күберәге - ЮХХДИ штрафтары. Дөйөм алғанда, Шәмсетдиновҡа штрафтар тиҙлекте арттырған өсөн килә.
Вилдан журналистарға комментарий биргән инде. Ул барыһын ла түләргә вәғәҙә иткән, ләкин һуңыраҡ. Хәҙер артистың аҡсаһы юҡ, сөнки күптән түгел ул машинаһын ремонтлау өсөн 750 мең һум түләгән.
Был хаҡта «Mash юлдаш» телеграм-каналы яҙған.