Бөтә яңылыҡтар

Йән тартмаһа, ҡан тарта

Назаров Ирек Григорьевичты күптән күргән генә түгел, ишеткән дә юҡ ине. 

Йән тартмаһа, ҡан тарта
Йән тартмаһа, ҡан тарта
Бер көн шылтырата. 
- Шулай-шулай хәлдәр, аяҡты һындырҙым, Өфөлә, дауаханала ятам. 
Шылтыратыуының сәбәбе: ҡыуанысы хаттин ашҡан, баҡһаң, ул ошондай насар хәлгә тарып, дауаханаға эләккәс, бер табип янына килгән. Ҡулында Ирек Григорьевичтың ауырыу тарихы. 
- Көйөргәҙенән икәнһең, ҡустым. 
Был табип ағай И. Назаровҡа, иң шәп пластиналарҙы табып, операцияны үҙе яһаған, байтаҡ ҡына янында һөйләшеп ултырған - Тимербай яҡтары нисек унда, Абдул нисек йәшәй?
Был тиклем иғтибарҙан иҫе киткән Ирек Назаров уға мең рәхмәттәрен уҡый, етмәһә, ағайыбыҙ ябай ғына табип та түгел, ә  Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы травматолог табип, 21-се Дәүләт клиник дауаханаһының почетлы хеҙмәтҡәре.
Был турала тулыраҡ гәзиттә биреләсәк. 
Автор:
Читайте нас: