+19 °С
Болотло
Был турала Указ былтыр йыл аҙағында уҡ сыҡҡайны, әммә иркенләп байрам итергә ваҡыт булманы һәм бына бөгөн һәммәһе бергә йыйылып, сәнғәт мәктәбен яңы исеме менән ҡотланы.
Айрат менән Өлфәт ағайҙың туғандары, студенттары, район етәкселеге, мәктәптә уҡып йөрөгән талантлы балалар – барыһы бер булып, әлеге ваҡиғаға илерешеп ҡыуанды: эх, Таймаҫтың аҫыл ирҙәре үҙҙәре генә күрә алманы был хәлде.
Беҙ ике бөйөк шәхескә бәйле булған бер нисә кешенең (ауылдаштары, туғандары) фекерҙәрен белештек, был турала тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.