Ул Көйөргәҙе районының Яңы Аллабирҙе ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты, үҙешмәкәр рәссам, «Бөйөк Башҡорт иле», «Башҡорт хан», «Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш» һәм башҡа тарихи китаптар авторы.
Теге көн шылтырата, юлъяҙмаларым бар, баҫаһығыҙмы? Баҫмаған ҡайҙа, шатланып ҡабул иттек яҙманы. Йәдкәр абзый теге саҡ районға - Тыуған иленә - ҡайтҡанында бер нисә ауыл аша үткән, ошоға бәйле тыуған уйҙарын яҙған, һәр ауылдың билдәле кешеләре тураһында ла телгә алған. Ҙур ғына ул материал, беҙ Й. Бәшировтың мәҡәләһен бер нисә өлөшкә бүлеп бирергә ҡарар иттек. Әле бер нисә өлөшө донъя күрҙе. "Сит күҙ" нимә күрҙе, ауылдар аша үткәнендә нимә кисерҙе - гәзиттә уҡығыҙ.