25 март башҡорт этно – музыка сәнғәте өсөн иң ҡыуаныслы көндәрҙең дә иң-иңе булды тиһәк, һис тә хаталанмаҫбыҙ. Төрки телле Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш дәүләттәренең музыка һөйөүселәре башҡорт Этно-Рок төркөмө Ай – Йола башҡарыуында Һомай клибын тәүге ишетеүҙән үк иң юғары баҫҡыстарға күтәрҙе. Унар миллионлаған тыңлаусыны әсир иткән клипты талантлы, рухлы, илһөйәр замандаштарыбыҙ Әҙилә Шәйхетдинова, уның атаһы Руслан Шәйхетдинов һәм беҙҙең яҡташыбыҙ Арғымаҡ Этно-Рок төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов ижад иткән. Ватаныбыҙ Рәсәйҙең Золотая Эра исемле музыкаль чаты Һомайҙың таралыу ареалын туплаған композиция төҙөгән. Унда илебеҙ төркиҙарынан тыш Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә дәүләт телдәрендә Һомайклибы ихлас Һәм оҫта башҡарыла. Ҡаҙаҡ дуҫтар, хатта пародия ла сығарып өлгөргәндәр...
Тимер НИӘТШИН
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.