Бөгөн М. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ла үтә яуаплы һәм тантаналы байрам. Яҙыусы апайыбыҙҙың ошо ҙур юбилейын билдәләйбеҙ.
Ҡунаҡтар бик күп килгән, урындағы ижадташ дуҫтары, Өфөнән дә билдәле шағир-яҙыусылар. Әхмәр Үтәбай, һәр саҡтағыса, йор һүҙле, Закир Аҡбәровҡа ҡарап ултырҙы ла:
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре Аҡбәров,
Уның килгәнен белгәнгә, килде бында Әхмәров, - тип көлдөрөп алды.
Фәрзәнә апай, рухы менән яҡын кешеләре янында булғанғалыр, былай ҙа йәш кеше (80 тигәндәренә ҡолаҡ та, күңел дә ышанманы), тағы ла йәшәреп киткәндәй бөгөн.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ.