Бөтә яңылыҡтар
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
19 Декабрь 2025, 16:28

Баҫылды ла оло юлдың туҙандары

Бөгөн Яңы Таймаҫта Рәшит Солтангәрәевты иҫкә алдыҡ.

Баҫылды ла оло юлдың туҙандары
Баҫылды ла оло юлдың туҙандары

Ғүмере буйы Таймаҫым тип йәшәгән шәхес, һәр әҫәрендә мотлаҡ Таймаҫ кешеһе булған яҙыусы әлеге хәтер кисәһен күрһә, иҫ-аҡылы китер ине. Сходтыр, бушлай ҡуйған концертҡа ла хатта йөрөмәгән халыҡ клуб эсен тултырҙы ла ҡуйҙы...

Уңарсы Солтангәрәев уҡыуҙары булды, яҙыусының ҡәберенә барып, зыярат ҡылдыҡ, Рәшит ағайҙың да, Хәҙисә апайҙың (бергә генә яталар) рухтарына баш эйҙек...

Бынауы шиғырҙы һөйләне балалар:

Баҫылды ла оло юлдың туҙандары,
Еребеҙгә ябалаҡлап, ҡарҙар яуа.
Юғалтыуҙар менән ҡайсаҡ килешһәк тә,
Һис килешмәй йөрәк һинһеҙ ҡалыуҙарға.
Һин йөрөгән оло юлдар һаман шул уҡ:
Күтәрелә туҙан йәйге селләләрҙә,
Ҡыштар әгәр япһа уға аҡ юрғанын,
Яҙын-көҙөн яманһыу ҙа төҫкә инә.
Бер ни үҙгәрмәгән, бары шул көйөнсә:
Килә-китә, килә-китә миҙгелдәре.
Юғалтыуға ҡайһы ваҡыт түҙәбеҙ беҙ,
Һинһеҙ ҡалыуға тик ҡалай түҙәһе?
Баҫылды ла оло юлдың туҙандары
Еребеҙҙе йәнә аҡ ҡыш яулап алды.
Ос-ҡырыйһыҙ оло юлға ҡарап бына,
Ос-ҡырыйһыҙ оло уйға батып ҡалдым.

М. Ильясов, 15 декабрь, 2005 йыл 

Кит булмаҫтайҙы, мин шулай яҙған булдыммы икән?

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас