Бөтә яңылыҡтар
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
26 Декабрь 2025, 15:11

Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын, сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың

«Искра» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы МОСТАФИНды 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын, сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын, сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың

Был мөһим көндә Көйөргәҙе районының ауыл хужалығын үҫтереү мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм емешле хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Күп яҡлы шәхес һәм арымай-талмай эшләгән эшсе, тәжрибәле етәксе, тыуған ерегеҙҙең ысын патриоты, тирә-яғығыҙҙағы кешеләр араһында абруй һәм ихтирам яулаған шәхесһегеҙ.
Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәшәү көсө, бәхет һәм шатлыҡ теләйбеҙ. Һәр көнөгөҙ яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм яҡындарыңдың һөйөүе менән тулы булһын!
Ҡотлау менән Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы һәм Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте.

Хөрмәтле Рәмил Ғиниәт улы!
Һеҙ идара иткән Көйөргәҙе районы “Искра” ауыл хужалығы коллективы исеменән Һеҙҙе оло күркәм юбилейығыҙ айҡанлы йөрәк түренән сыҡҡан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ.
Изге Көйөргәҙе ере абруйлы һәм тыуған яғының тоғро улдарының береһе булған Рәмил Ғиниәт улы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Талапсанлығығыҙ, тырышлығығыҙ, ойоштороу һәләтегеҙ, Ватаныбыҙға, халҡыбыҙға оло илһөйәрлек тойғоһо Һеҙгә ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам иткән. Түҙемлек һәм итәғәтлелек, тәрән аҡыл һәм тормош тәжрибәһе Һеҙгә хужалығыбыҙҙа уңышлы эш алып барырға ныҡлы таяныс һәм нигеҙ булып тора. Ҙур яуаплылыҡ менән хужалығыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешен, ҡеүәтен артабан үҫтереү йәһәтенән ҙур эш алып бараһығыҙ. Һеҙҙе килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү һәләтенә эйә булған, алдан күрә белгән һәм яуаплы етәксе итеп беләбеҙ. Үҙ эшенең юғары кимәлдәге оҫтаһы, эшлеклелек сифаттарығыҙ һөҙөмтәһендә Башҡортостан етәкселеге, ауыл хужалығы тармағында эшләгән коллегаларығыҙ, район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙандығыҙ. Тыуған районыбыҙ, хужалығыбыҙ һәм бөтә Республика файҙаһына йүнәлтелгән күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ Республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Һоҡланғыс татыу ғаиләгеҙҙе тирә-яҡта ихтирам итәләр. Тормош иптәшегеҙ Лира Рәүеф ҡыҙы менән үҫтергән ике балағыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ – Һеҙҙең ғорурлыҡ. Иҫтәлекле юбилей көнөндә Һеҙгә ысын күңелдән күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙҙә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға.
Иң изге теләктәр менән “Искра” ауыл хужалығы кооперативы коллективы.

Хөрмәтле Рәмил Ғиниәт улы МОСТАФИНды матур ғүмер байрамы менән тәбрикләйбеҙ.
Рәмил Ғиниәт улы еңел булмаған осорҙа “Искра” ауыл хужалығы кооперативын етәкләп алып китте. Әле лә ул оло яуаплылыҡ менән, лайыҡлы етәкселек итә. Ул бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла баҙап ҡалмай, тыныс ҡына үҫешкә йүнәлтелгән эшен дауам итә.
Заман менән бергә атлаған көслө, дәрт-дарманлы, хәстәрлекле, яуаплы, талапсан Рәмил Ғиниәт улын юбилейы уңайынан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Яҡташтарының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡатмарлы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Рәмил Ғиниәт улы!
Ҡотлауҙар менән “Ватан” ауыл хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов һәм уның коллективы.
 
Хөрмәтле Рәмил Ғиниәт улы!
Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең тормошоғоҙ тыуған ергә хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө булып тора. Күп йылдар һеҙ ауыл хужалығы предприятиеһы үҫешенә үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе, белемегеҙҙе һәм көсөгөҙҙө һалдығыҙ. Һеҙҙең яратҡан эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ, профессионаллегегеҙ һәм команданы алып барыу оҫталығығыҙ ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирҙе һәм бөтәһе өсөн дә өлгө булдығыҙ. Арымай-талмай эшләгән хеҙмәтегеҙ, аҡыллылығығыҙ һәм йомартлығығыҙ өсөн һеҙгә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм киләсәктә лә эштәрегеҙҙең сәскә атыуын теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге һәм «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» коллективтары.
Хөрмәтле Рәмил Ғиниәт улы, Һеҙҙе 70 йәшлек матур юбилейығыҙ — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осоро етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер насип булһын. Һеҙ ауыл биләмәһе, район тормошонда ҡайнап йәшәүсе, бар яҡлап та ярҙам итеүсе шәхесһегеҙ. Биләмәбеҙ халҡының яҙмышына битараф булмауығыҙ, һеҙгә ҡарата оло хөрмәт һәм ихтирам тойғолары уята. Һеҙҙе ошо күркәм ғүмер байрамығыҙ менән тәбрикләп, еңел булмаған яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, рухи көс, уй-маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Киләсәк йылдарығыҙҙың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарығыҙҙың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшәгеҙ!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттары.
 
Хөрмәтле Рәмил Ғиниәт улы!
Һеҙҙе ғүмерегеҙҙең күркәм байрамы – оло юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ауыл хужалығында эшләү бер ҡасан да еңел булмаған. Һеҙ бөтөн белемегеҙҙе, көсөгөҙҙө ауыл хужалығы өлкәһенә бағышлап, етәксе дәрәжәһенә күтәрелдегеҙ. Һеҙҙең ҡайғыртыусан, һаҡ ҡарашығыҙ, хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ. “Тыуған еренә ереккән ысын Ер хужаһы” тип тап Һеҙҙең турала әйткәндәр. Хужалығыбыҙҙың бөтөн тармаҡ күрһәткестәре буйынса район, республика күләмендәге уңыштарында да Һеҙҙең көндәлек фиҙәҡәр хеҙмәттәрегеҙҙең өлөшө ҙур. Ауыл хужалығы тармағында башҡарған намыҫлы, һөҙөмтәле хеҙмәтегеҙ өсөн халыҡ алдында ихтирам ҡаҙандығыҙ. Беҙ, Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы, беҙҙең уҡыу йортоноң Һеҙҙең кеүек сығарылыш уҡыусыһы булыуы менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙе дөрөҫ йәшәү өлгөһө тип билдәләйбеҙ.
Хөрмәтле Рәмил Ғиниәт улы! Алдағы ғүмерегеҙ бөгөнгөләй күркәм үтһен, ғаиләгеҙ тигеҙ булһын, ҡылған эштәрегеҙҙең бәрәкәтен күреп, тормош юлдашығыҙ менән ғаиләгеҙгә ингән бәхеткә һөйөнөп, күңел күтәренкелеге, йән тыныслығы менән балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең рәхим-шәфҡәтен тойоп, таҙа-һау булып йәшәргә яҙһын.
Бөгөн күркәм ғүмер тантанаһы –
Яҙмыш билдә ҡуя үткәнгә.
Тыуған көндәр менән шатлыҡ, бәхет,
Ҡабатланып килә көткәнгә.
Юбилейҙа һәр кем хәтер менән
Һүтеп сорнай уйҙар йомғағын.
Тулы булһын һөйөнөстәр менән,
Киләсәккә илтер ғүмер йылдары.
Оло ихтирам менән Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы.
Автор:
Читайте нас