Әхәт ҠОТЛОӘХМӘТОВ:
-- Үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән Тамара Ғәниева менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ул һәр ваҡыт ҡыйыу булды, йәмәғәтселекте борсоған проблемалар тураһында бәреп әйтер ине. Әле сәләмәтлеге ҡаҡшап торһа ла, бирешмәй апайыбыҙ. Үҙенең холҡона ла хыянат итмәй, тураһын әйтә, артынса уҡ көлөп тә ебәрә. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙын район халҡы хөрмәтләй, ихтирам итә. Мин эшләгән йылдарҙа һәр ваҡыт матур итеп ҡаршы алдыҡ үҙен. Тыуған ауылына ҡайтҡанда ла, барып хәлен белә торғайныҡ. Һабантуйҙарға ла, башҡа сараларға ла саҡырып торҙоҡ. Әйткәнемсә, мин эшләгән дәүерҙә район йәмәғәтселеге менән Тамара апайҙың әллә күпме юбилейҙарын үткәрҙек. Хатта бер көндә өс ерҙә ойошторған саҡтарҙы хәтерләйем. Район үҙәгендә үткәндән һуң, Керәүле ауыл биләмәһендә дауам иттек, ә инде аҙаҡ тыуған ауылына барып еттек...
Эльза ВАСИЛЬЕВА:
- Тамара Ғәниева талант эйәһе булған хөрмәтле кеше. Ул тыуған ауылы Кинйәбайға йыш ҡайтты. Ауылын ныҡ ярата. Шылтыратышып та алғылайбыҙ, телефон аша һәр ваҡыт ауылы яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, туғандарының хәлдәрен белешә. Туған йәнле кеше тиер инем. Ауылына зәңгәр яғыулыҡ, телефон үткәргәндә лә беҙ Тамара Ғәниеванан ярҙам һораныҡ...
Халыҡ шағирының юбилейына бәйле яҡташтарының фекерҙәрен тулы вариантта гәзиттә бирҙек.