Бөтә яңылыҡтар

Кешеләргә йондоҙ таратығыҙ!

Бөгөн беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ, Ҡаҙарма ауылы ҡыҙы, үҙенең 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Беҙ апайыбыҙға тәү сиратта, әлбиттә, һаулыҡ теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың, ижадташ дуҫтарығыҙҙың, ауылдаштарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, артабан да бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә, апай. Беҙҙҙең шундай талантлы яҡташыбыҙ булғанға һәм беҙ һеҙҙең замандашығыҙ булғанға, ғорурланабыҙ. 

Кешеләргә йондоҙ таратығыҙ!
Кешеләргә йондоҙ таратығыҙ!
Ҡурсалағыҙ
Ҡатын-ҡыҙ тип ергә яратылғас,
Ерҙә сигәм шатлыҡ-аһтарымды.
Замандаштар, берүк, ҡурсалағыҙ
Әсәлек тә тигән хаҡтарымды.

Ҡурсалағыҙ рухын баҡыйлыҡтың,
Тере булһын минең ырыҫ-түлем.
Тере булһын минең тамырҙарым -
Ерем-һыуым, илем, туған телем.

Ҡатын-ҡыҙ тип ергә яратылғас,
Ерҙә сигәм шатлыҡ, аһтарымды.
Рәнйетмәгеҙ, зинһар, кәмһетмәгеҙ,
Яҙмышыма яҙған хаҡтарымды.

Донъя - минең аҡ мейесле өйөм,
Ҡыйығым - күк, булһын имен-аман.
Хәүеф ҡатыш изге ниәт менән
Аҡ донъяға өмөтләнеп бағам.

Һағына микән?
Бейештек беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә,
Мәрйен итеп ҡыҙҙар теҙҙе генә.
Шулар һаман сыңлай йыһанымда,
Оялаған күңелем үҙәгенә.

Гармунсыбыҙ ҙа шул таҫыл ине,
Беләктәре нисек талмағандыр.
Кемдең генә күңеленә үҙе
Өмөт ҡатыш һағыш һалмағандыр.

Көй оттомо беҙҙән һандуғастар,
Һуғарылдыҡ беҙме моңдарынан,
Ғаләмдәрҙең арғы яҡтары ла
Илһам һөҙҙө Наҡаҫ буйҙарынан.

Һағына микән беҙҙе ауыл төнө?
Йөрөр ине бейеп арабыҙҙа.
...Бер геүләтеп алайыҡмы әллә?
Һирәгәйеп кенә барабыҙ ҙа...

Асылыр күңелем
Күңел ҡайтыуҙанмы...
Йән һыҡтаулы,
Һуҡраныулы мыжыҡ көндәре.
Ихлас илһам көҫәп көй көйләһәм,
Йөрәктә тик зарығыу өндәре.

Эстәремә һыймай үкереп илай
Йәшереп кенә тотҡан серҙәрем.
Арыттырҙы. Кемгә терәләйем?
Үҙ-үҙемдән ҡәлғә эҙләнем.

Әрһеҙләндем. Етте! –
Көсөм бөттө!
Йоҙаҡлайым күңел ҡапҡаһын.
Асаһым юҡ уны берәүгә лә
Ҡасан килеп кемдәр ҡаҡмаһын.

Нур һуҙылып инер, илһам һарҡыр
Бер урын бар йөрәк түремдә.
Танырмын да ихлас асылырмын
Илаһилыҡ көткән берәүгә.

Көндәр
Ҡышҡа инеп ҡалған яңғыҙ япраҡ
Елберләгән кеүек елдәрҙә,
Леберлеген сығып ғүмерем елә,
Ниҙәр генә булды көндәргә.

Баш терәгән кеүек булманым да
Арманһыҙҙар булып мендәргә,
Таңғы ҡояш сиртә тәҙрәләргә,
Әллә ниҙәр булды көндәргә.

Яңы бит һуң, йомоп күҙҙәремде
Диҡҡәт ҡылдым яҙғы өндәргә.
Елдерҙеләр ҡайҙа?
Күрешербеҙме?
Ниҙәр булды минең көндәргә?

Бирешмәҫ тә йәнем. Тән ҡаҡшар шул...
Ҡалыр икән көнөм кемдәргә?
Япраҡ кеүек ҡойола календарым...
Сыбыртҡынан өрккән көтөүме ни,
Әллә ниҙәр булды көндәргә.

Изге тупраҡ
Асфальттарҙы сүкеп йөрөй-йөрөй
Осҡон сыға яҙа күҙемдән.
Тыуған тупраҡ!
Ялан аяҡ ҡына
Бер үтәйем әле үҙеңдән.

Ирек һөйгән осҡор башҡорттарҙың
Йәндәй күргән изге еркәйе.
Олатайҙар рухын табанымдан
Йөрәгемә тиклем илт әле!

Атай-әсәй иген иккән тупраҡ,
Һиндә бит ул бөтмәҫ бәрәкәт.
Атайҙар – һин, һин уландар, тиеп,
Алғанһығыҙ күпме йәрәхәт.

Гонаһтарым булһа, бөтөр кеүек,
Ҡосағыңа ятып йоҡлаһам.
Изге тупраҡ!
Һине бар тип тойһам,
Мин йәшәүҙән мәңге туҡтамам.

Үлсәү
Исемемде ҡомға яҙҙым,
Тулҡын
Йүгереп килеп йыуҙы,
Юк эҙе.
Мин генәме?
Ниндәй яҙмыштарҙы
Онотторҙоң,
Ғүмер диңгеҙе?!

Ҡаяларға ырып сүкенем мин
Ырыуымдың Тәңре тамғаһын.
Ямғыр,
Ҡарҙар,
Ваҡыт еле менән
Ғасырларға һеңде яҙғаным.

Китап-китап яҙҙым хистеремдә,
Халҡым, тинем дә мин
Аһ орҙом.
Тамғалағым килде ҡиблаларын
Үҙем ғүмер иткән осорҙоң.

Баҡыйлыҡта, юлығып аруахыма,
Һорау бирер береһе:
Кем булған?
Сөм күктәрҙән ауаз килер микән:
«Йыһан үлсәүендә—
Бер туҙан…»

Дефицит
Нимә етмәй ерҙә кешеләргә?
Айҡашалар илдәр, ир-аттар.
Ҡатын-ҡыҙы хатта сәс йолҡоша,
Батшалар бар халҡы ҡолатҡан.

Үрсей бара үслек шул ҡәҙәре,
Аяҡ салыу, тапап үтеүҙәр.
Үҙең өсөн генә ҡояш даулап,
Үлтерешкә барып етеүҙәр.

Тырыш ҡына, сәсһәң иген уңа,
Тәғәм хаҡы – аҡҡан тир генә.
Шул ҡиммәтме инде? Билдәле ки,
Тирең менән китә сир генә.

...Айҡашалар: йылы урын ятта!
Ят та үл бит, ғәрлек ни саҡлым.
Бәғзе берәү нишләп йәйрәп йәшәй,
Эре ярған булып борсаҡты.

Кәрәк Ерҙең теге ярымшары,
Бер һыйырға унда – бер энә.
Урын етмәй бура күтәрергә,
Мәхрүмлектә донъя көтөлә.

Йәтеш урын өсөн бара алыш,
(Үтһәң, бәлә, ҡайҙа күмерҙәр?)
...Ер өҫтөндә тик бер дефицит бар:
Урын яулап үтә ғүмерҙәр.
 
БАШҠОРТОСТАН
Башҡортостан!
Һөйгән йәрем кеүек,
Йәнем кеүек аҫыл Ватаным.
Яҙмышыма яҙған хозурлыҡты,
Затлы бүләк, тиеп атаным.

Башҡортостан!
Күңел хәтлем киңлек,
Яландарың бөҙрә арыштан.
Алтын төҫөндәге баҫыуҙарың
Сағылдыра күҙҙе нағыштан.

Башҡортостан!
Йәнем кеүек миңә,
Шишмәһеләй ҡурай йырының.
Гәүһәр таштар ҡушып үрелгәнме,
Ағиҙелең – көмөш толомоң.

Башҡортостан!
Әсәм кеүек сабыр,
Бәрәкәтле, йомарт ҡуйының.
Ҡунаҡ килһә – татлы тәғәм-ризыҡ
Табынында башҡорт һыйының.

Башҡортостан!
Һин аяулы балам!
Һөт, бал еҫе килә. Күңелем
Береккән дә һинең кендегеңә,
Ҡосағымда бәпләп йөрөүем.

Башҡортостан!
Һин асылым минең,
Балам минең, өйөм,
Моң-көйөм.

Күп кәрәкмәй
Күп кәрәкмәй миңә: төймә хәтле
Бәхет тапһам, шуға ҡыуанам.
Тағы шул да етә – ете төндә
Һаҙағайҙы күреп уянам.

Күп кәрәкмәй миңә: йәнкәйемдең
Ҡараштары сәскән нур етә.
Ары торһон затлы шараптарың,
Көлдә бешкән көлсә иҫертә.

Күп кәрәкмәй миңә: мә, алығыҙ,
Байлығымды бүләм, кем теләй.
Тыуған илем генә тотош ҡалһын,
Тыуған илем генә бүленмәй.

Ерҙә йәшәү
Ҡыйында ла, рәхәт булғанда ла
Йондоҙҙарҙы барып урайым.
Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый
Күккә ынтылыуҙыр, моғайын.

Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый
Үткәндәрҙе өҙөлөп һағыныу:
Әллә ысын, әллә юрый булған
Тәүге мөхәббәткә табыныу.

Ауғым килә, әней, ҡосағына,
Һағыштарға сумһа йөрәгем.
Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый
Әсәй наҙын тойоу, күрәһең.

Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый
Бөйөклөккә үрелеп инаныу;
Ҡыш артынан йәнә яҙ килә тип,
Яңы шатлыҡ көтөп йыуаныу.

Кешеләргә йондоҙ таратайым,
Бойомдарға ашһын хыялым.
Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый
Бәхет өләшеүҙер, моғайын.
Автор:
Читайте нас