Бөтә яңылыҡтар

Шиғриәт - минең һөнәрем генә түгел, ә яҙмышым

Руша СОЛТАНҒОЛОВА, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы яҙыусылар берекмәһе ағзаһы:

Шиғриәт - минең һөнәрем генә түгел, ә яҙмышым
Шиғриәт - минең һөнәрем генә түгел, ә яҙмышым

- Күренекле яҡташыбыҙ, күп шиғри йыйынтыҡтар авторы, шағир, тәржемәсе, драматург Тамара Ғәниева хаҡында әйтер һүҙҙәрем күптән күңел түрендә йөрөй. Уның "Арҡайым", "Уйлы сағым", "Ҡондоҙ ҡойроғо" шиғри китаптары бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Тәбиғәткә арнап яҙылған шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр яҡташ шағирәбеҙ Тамара Ғәниева ижадында сағыу балҡыш булып тора. Шағирә тыуған ер менән үҙен бер бөтөн йән итеп тоя, уның ижадында тәбиғәт һәм кеше тығыҙ бәйләнештә бирелә. Ысынлап та уйлап ҡараһаң, тәбиғәт- ул тереклек, беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ, барлыҡ донъя, кешелектең йәшәйешен матурлаған сағыу күренештәр, күҙ ҡамаштырыр матурлыҡ.
"Шиғриәт - минең һөнәрем генә түгел, ә яҙмышым", - тип әйтә шағирә. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар.

Руша Рафиҡ ҡыҙының да Халыҡ шағирына ҡағылышлы барлыҡ яҙғандары гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас