- Көйөргәҙем, тыуған көнөң менән! «Ҡурғаҙы һүҙе йылға башы, тигәнде аңлатhа ла, Ҡурылып, шәп итеп аҡҡанға, Ҡурғаҙы, йәки Көйөргәҙе, тип атағандар, Көйөргәҙе районы халҡы ла тап шундай – эшсән, үткер, елгер. Районыбыҙ шундай тырыш кешеләре менән дан тота ла инде, - тиер ине олатайым, Социалистик хеҙмәт геройы Шәүәли Вахитов.
Был исемлектә ябай хеҙмәт кешеләре иҫәбенән ул үҙе, уның һеңлеһе Ғәтиә, тотош ил тарихына йоғонто яhаған шәхестәр Ғәзиз Әлмөхәмәтов, республика үҫешенә тос өлөш индереусе композитор Айрат Ҡобағошов, яҙыусылар Баязит Бикбай, Рәшит Солтангәрәев, Ғәлим Хисамов, офтальмолог Марат Аҙнабаев hәм тағы тиҫтәләгән билдәле яҡташыбыҙ бар.
Районыбыҙ бөгөн дә үҙенең көслө, ҡыйыу егеттәре менән дан тота. Мин бында беҙҙең туғаныбыҙ Илдар Вахитовты атап үтеп, уның йөҙөндә яҡташтарыбыҙ - илебеҙ сиген һаҡлаған барлыҡ йәш геройҙарҙы атар инем. Улар иҫән-һау булып, тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын ине.
Бөтә Көйөргәҙе халҡын ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ теләйем!