Бөтә яңылыҡтар

Почетлылар артты

Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины тигән исем тағы ла ике кешегә бирелде.

Почетлылар артты
Почетлылар артты

Был тарихи ваҡиға яңыраҡ ҡына булды -район Советы депутаттары, бер тауыштан, ике яҡташыбыҙға был мәртәбәле исемде бирҙе.

Тамара Ғәниеваға район башлығы Лира Тереғолова теге саҡ уҡ был турала әшкәрткәйне. Бына, әйткәнендә торҙо, ә депутаттар уның һүҙен йыҡманы, бынан ары Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы, булған исемдәре янына яңыһы ла өҫтәлде. 

Икенсе данлыҡ яҡташыбыҙ - Варнавский Виктор Александрович, Бахмут ауылы уҙаманы. Уға район башлығы ла (элеккеләре лә), ауыл башлығы ла рәхмәт әйтеп бөтә алмай, ауылды ярҙамынан айырмай беҙҙең Варнавский тип торалар.

Беҙҙең белешмә:

Варнавский, Виктор Александрович Генеральный директор ОАО "Уфимский краностроительный завод" РБ; родился 4 января 1947 г., д. Бахмут Кумертауского района БАССР; окончил Башкирский сельскохозяйственный институт; 1974-1988 - инженер по металлу, начальник ОМТС и сбыта, зам. директора по снабжению и сбыту УЭРМЗ "БМКСО"; 1988 - директор УЭРМЗ "БМКСО"; с 1998 г. - генеральный директор ОАО "Уфимский краностроительный завод"; Медаль и Грамота Патриарха Всея Руси Алексия II за восстановление православных храмов в г. Уфа

Беҙ Почетлы гражданин алған яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, уларға, иң мөһиме, һаулыҡ теләйбеҙ, беҙҙе лә, үҙегеҙҙе лә данлап, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә! 

Автор:
Читайте нас