Бөтә яңылыҡтар

Үҙенән бигерәк беҙ шат

Бөгөн уға ҙур награда бирҙеләр.

Үҙенән бигерәк беҙ шат
Үҙенән бигерәк беҙ шат

Закир абзый – район-ҡалала ғына түгел, республикала, Татарстанда ла хатта билдәле шәхес.

Уны беҙҙә – Күмертауҙа һәм Көйөргәҙелә – мәғариф өлкәһендә, партия органдарында эшләгән кеше булараҡ беләбеҙ һәм, әлбиттә, яҙыусы булараҡ. Ана шул таланты, яҙыусы булыуы, Закир Насир улының данын күрше республикала ла танытты.

...Йәйҙең хушлашҡан мәле. Ағастар һарғая башлаған, хатта ҡайһы берәүҙәре япраҡтарын ҡоя ла башлаған ваҡыт. Көн йылы, сыуаҡ. Беҙ уның менән ҡала хакимиәтендә булған ниндәйҙер бөтмәҫ бер кәңәшмәнән ҡайтып киләбеҙ. Ашығыр ер юҡ (ул саҡта гәзиттәргә, давай, тиҙерәк ҡуйығыҙ интернетҡа ниндәйҙер түрәне маҡтаған материалды тип яфаламай инеләр, интернет, ғөмүмән, юҡ, ҡағыҙ гәзит сығарҙың – эшең бөттө), йәйәүләп, донъя матурлығына һоҡланып атлайбыҙ.

З. Аҡбәров рус гәзите редакторы, күптәндән был вазифала, ә мин ябай хәбәрсе. 2006 йылдың авгусы. Ҡайҙан, кем балаһы ошолар хаҡында һорашты абзый, уның белмәгән кешеһе юҡ, минең нәҫелде лә аҙмы-күпме белә икән. Ул-был хаҡында һөйләшкәнбеҙҙер, мин аҙыраҡ тартынғанмындыр ҙа – Закир Аҡбәров минең өсөн бөйөк зат. Торараҡ уның менән әллә күпме осрашырға, фекер алышырға, хатта бәхәсләшергә (хәҙер мин дә редактор ҙа), уның теге йәки был хәлдә кәңәштәренә таянырға тура килде, абзыйыбыҙ пенсияға китһә лә, аралар өҙөлмәне (юбилейын ҙур залда ла, уның йортонда ла ҡаршы алғайныҡ), сатирик хикәйәләрен алып килеп торҙо, әле лә шулай итә, әйтергә кәрәк, уларҙы уҡыусы яҡшы ҡабул итә.  

...Бөгөн уны бүләкләнеләр. Фекерҙәш, рухташ абзыйыбыҙҙың үҙенән бигерәк, беҙ үҙебеҙ шат был ваҡиғаға.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә биреләсәк.

Автор:
Читайте нас