Рифат Рәҡип улын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Айгөл ИЛЬЯСОВА, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе:

Рифат Рәҡип улын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!Рифат Рәҡип улын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Рифат Рәҡип улын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

- Рифат Рәҡип улы К.Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбленә 30 йылдан ашыу йөрөй. Ул беҙҙең коллективыбыҙҙың йөҙөк ҡашы тиһәк тә хата булмаҫ. Һәр ваҡыт дәртле, яңы идеялар менән янып йөрөүсе ағайыбыҙ. Яңы йыр ишетһә лә килеп тәҡдим итә, ансамблебеҙгә берәй яңылыҡ индереүҙә лә тос өлөш индереүсе ул. Ярҙамсыллығы тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым. Киң күңелле Рифат Вахитов һәр ваҡыт ярҙам итергә ашҡынып тора. Моңло тауышлы ғына түгел, ә ҡул оҫтаһы ла ул. Ансамблебеҙҙә сығыш яһау өсөн төрлө орнаменттар менән биҙәп биҙрәләр, ҡумталар һәм башҡа нимәләр эшләй.
Рифат Рәҡип улын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә гел шулай дәрт-дарманың һүнмәһен.

Автор:
Читайте нас