

Бөгөн Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы халҡына билдәле уҙаман, Кинйә Арыҫланов исемендәге Башҡорт халыҡ фольклор коллективы йырсыһы Вахитов Рифат Рәҡип улы үҙенең 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Ир егеткә етмеш биш йыл тормош юлы - халҡына хеҙмәт итеүе, үҙенә талапсанлыҡ һәм үҙ өҫтөндә эшләү менән бөйөк үрҙәр яулауҙан тора.
Яҡын дуҫым Ырымбур өлкәһе, Переволоцкий районы, Габдрафиҡ ауылында ҙур ғаиләлә: ике ҡыҙ, дүрт малай араһында, бишенсе бала булып донъяға килә. Аталары Рәҡип Латип улы 1908 йылда тыуа, Бөйөк Ватан һуғышында полк комиссары булып ҡатнаша. Ғүмер буйы мәктәптә уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. Алты балаһын да юғары белемле итә, ауылдарында ете йыллыҡ мәктәп бинаһын төҙөтә. Әсәләре Бибиғәйшә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы йорт хужабикәһе булып, Рәҡип бабай менән балаларына яҡшы тәрбиә биреп үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Лена табип һөнәренә эйә булһа, икенсе ҡыҙҙары Рәмлә музыка уҡытыусыһын һайлай. Рәис улдары баш зоотехник булып оҙаҡ йылдар колхозда хеҙмәт итә. Ришат улдары медицина институтын тамамлап врач-хирург белгесе була. Уға 1985 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеме бирелә, юғары категориялы врач исемен йөрөтә. Вахитовтарҙың ғаиләһен “йырлы ғаилә” тип йөрөтәләр. Ришат Рәҡип улы ла төбәк-ара йыр конкурстарында ҡатнашып, өс тапҡыр гран-при призын яулай. Уға 1985 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә, Күмертау ҡалаһының почетлы гражданины. Кесе улдары Рәфис уҡытыусы һөнәрен һайлай.
Мәҡәлә геройыбыҙ Рифат 1968 йылда урта мәктәпте тамамлап, Ырымбур ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетына уҡырға керә. 1973 йылда ҡулына диплом алып, зоотехник һөнәренә эйә була. Ошо уҡ йылда колхозда баш зоотехник булып эшләй башлай, йәмғиәт эштәрендә ҡатнаша, үҙешмәкәр йыр түңәрәктәренә йөрөй. Сәхнәләрҙә йыры менән район, өлкә кимәлендә сығыштар яһай. Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Дуҫым Рифат менән бергә 1979 йылда Күмертау районы Мораптал тоҡомсолоҡ совхозында эшләй башланыҡ, ул совхозға баш зоотехник итеп тәғәйенләнгәйне. Ул замандарҙа үҙешмәкәр сәнғәткә коммунистар партияһы һәм хөкүмәт яғынан иғтибар бик көслө булды. Мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары төрлө мәҙәни саралар үтеүе менән гөрләп торҙо. Свобода мәҙәниәт йортонда ла был йәһәттән сәхнәне һөйөүселәр бихисап булдылар. Кистәрен мәҙәниәт усағы йыр, бейеү, музыка тауыштарына күмелә ине.
Күмертау ҡалаһы партия комитеты ҡарары менән, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡ юбилей тантанаһына, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре араһынан иң яҡшыларын һайлап алыу ярыш-конкурсы иғлан ителде, бәйге ҡағиҙәләре белгертелде.
Был ярыш- конкурсҡа Свобода мәҙәниәт йорто 50 кешенән торған хор коллективы әҙерләп, призлы урын яуланы. Мораптал тоҡомсолоҡ совхозының “халыҡ хорын” булдырыуҙа Рифат Вахитовтың эше ҙур булды.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.