Эй, ғүмерҙең ашығып үтеүҙәре

Сулпан Миңлебаева бөгөн 65 йәш тулды.

Эй, ғүмерҙең ашығып үтеүҙәреЭй, ғүмерҙең ашығып үтеүҙәре
Эй, ғүмерҙең ашығып үтеүҙәре

Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаева 1961 йылдың 6 майында Әбйәлил районының Туйыш ауылында тыуған.Байым урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер йыл “Шайморатов” исемендәге колхозда эшләй.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында рус-башҡорт бүлегендә уҡый, ”Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә.
1985 йылда институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Көйөргәҙе районының Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Оҙаҡ ҡына йылдар ошо мәктәптә эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Мәғариф министрлығының, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Рәсәй буйынса үткәрелгән “Иң яҡшы уҡытыусы”бәйгеһендә еңеп сығып, 100 меңлек Грантҡа лайыҡ була.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”нәшриәтендә төрлө йылдарҙа
“Ап-аҡ донъям” (1987),
”Күңелем әрнеүе” (1996),
”Ҡорайт,ҡотом!” (2004 ),
”Һигеҙ ожмах асҡысы” (2012),
“Мәңгелектең саҡырыуы” (2022)исемле китаптары баҫылып сыға.
Стәрлетамаҡ, Күмертау, Бәләбәй, Мәләүез ҡалаларында дөйөм йыйынтыҡтарҙа сыҡҡан әҫәрҙәре лә бар. Ул Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре-2002”шиғриәт фестивалендә “Заман һәм беҙ” номинацияһында еңеүсе. 2013 йылда Төркиәнең Тарсус ҡалаһында төрөк шағиры Ҡарасаоғланға арналған халыҡ-ара шиғыр фестивалендә ҡатнаша, Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.
2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә ағза булып тора. Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты.

СЫҢРАП АТТЫ ТАҢЫМ
Сыңрап атты таңым...Сәләм биреп,
баш өҫтөмдән осто торналар.
Төн ҡорғанын асып, Ҡояш ҡалҡты.
Яҡтырып та китте донъялар.

Шаңдау итеп,оҙаҡ яңғыратты
таш-ҡаялар ҡоштар тауышын.
Был ауазда тойҙом,һиҙҙем мин
Тыуған яҡты һағыныу һағышын.

Сыңрап атты таңым...Сыңрап ҡына
баш өҫтөмдән осто торналар.
Оя ҡорор ҡоштар, парлашыр ҙа,
имен-аман булһын донъялар!

Һиҙелмәй ҙә үтер йәйҙәр,көҙҙәр....
Был ғүмер ҙә бик тиҙ үтер ул.
Сыңрап ҡына тағы таң атыуын
был күңелем һәр саҡ көтөр ул.

ҺАНДУҒАСЫМ,МОҢЛО ҠОШОМ
Сут-сут килеп был баҡсала
күпме таңды аттыраһың.
Өҙөлөп-өҙөлөп үҙ яныңа
Һөйгәнеңде саҡыраһың.
Күпме моң-зар һыйған һинең
тамсы ҡәҙәр йөрәгеңә-
яңғыҙлығың,йәнең иҙеп,
Үткәнгәлер үҙәгеңә.

...Моң-һағышың, әрнеүҙәрең
ашҡан кеүек хатта Күккә.
Ә кем генә һағышланмаҫ
ғүмеркәйе зая үтһә?

Ҡошсоҡҡайым,һинең моңоң
моңло итер моңһоҙҙо ла,
иретер ул таш йөрәкте,
Уйлы итер уйһыҙҙы ла.

Һинең моңдо отоп алып,
сылтырап ҡына аға йылға,
сағыуыраҡ яна йондоҙ,
ғашиҡ булғас моңло йырға.

...Һандуғасым,моңло ҡошом,
барҙыр әле Ерҙә парың.
Яныңа ул осоп килер
Ишетер ҙә моңоң,зарың.

ҒҮМЕР
Оҙон күренһә лә, ғүмер ҡыҫҡа:
Килеп етер хәҙер аҙағы.
Юҡҡа сығыр оло шатлыҡтар ҙа
Һәм дә оҙон күңел ғазабы...
Оҙон күренһә лә, ғүмер ҡыҫҡа...
Ҡәҙерҙәрен уның белмәйбеҙ.
Бәхет-йәнәш, бәхет-үҙебеҙҙә!
Тик беҙ уны ситтән эҙләйбеҙ.
Донъя-баҡый...

Ғүмеребеҙ-фани:
Йәнде ҡотҡарырға етәсәк.
Тик тыуымға ниңә килгәнен дә
Аңламайса күптәр китәсәк.

АҠ ҠОРОТ
Француз яулыҡтарын артҡа сөйөп,
Өләсәйем ҡорот ҡайната.
Күңелле көй көйләп усаҡ яна,
Тәмле еҫкә тулған ихата.

Күгүләнгә ултырып,һеңлем менән
Өләсәйҙең эшен күҙәтәбеҙ.
Алдыбыҙҙа ап-аҡ күбек тулы
Ал сәскәле зәңгәр сеүәтәбеҙ.

...Эй, ғүмерҙең ашығып үтеүҙәре,
Был ғүмерҙәр мең уй уйлата.
Был донъяла юҡ һеҙ икегеҙ ҙә,
Үҙгәрмәгән бары ихата.

Ҡәберегеҙ һеҙҙең йәнәш кенә,
Йәнәш кенә һеҙҙең һуңғы йорт.
Икегеҙҙе һағынып иҫлә-иҫләй,
Аҡ таҡтаға теҙәм аҡ ҡорот.

КӨТӨҮСЕ МАЛАЙ
(Ҡустыларыма арнайым)
Йәйге селлә хәлде ала,
аңды томалай.
Тирләп- бешеп көтөү көтә
бер кескәй малай.
Әйтерһең дә,ҡыҙған таба-
ҡылғанлы дала.
Оҙон көндәй сыбыртҡыһын
саҡ һөйрәй бала.
Эй, күгәүен, эй, холоҡһоҙ,
бәйләнә яман.
Түҙ инде,түҙ,эй,балаҡай,
был-һинең далан.
Тормош юлың яңы ғына
әле башлана.
Яҙмыш бары һирәктәргә
яһай ташлама.
...Сәм-кәреңде һынар хеҙмәт-
юлыңдың башы.
Был хәҡиҡәт ҡотолғоһоҙ,
тиреңдәй асы.
...Йәйге селлә хәлде ала,
аңды томалай.
Тирләп-бешеп көтөү көтә
бер кескәй малай.

“ШӘМ”-”СЫРАҠ”
(Башҡорт теле уҡытыусыларына)
Булмаһаҡ та Күктә яҡты йондоҙ,
Булһаҡ та беҙ бары “шәм-сыраҡ”,
Ҡараңғылыҡ йәнде ҡоршағанда
Янһаҡ ине, янһаҡ яҡшыраҡ!

Ҡара урманда,бәлки,аҙашҡандар
Беҙ-”сыраҡты” күреп,юл табыр.
Күп нимәнән ялҡып,төңөлгәндәр,
өҙөлгәндәр йәмдән,йәм табыр.

Телле килеш телһеҙ артҡан саҡта,
бушбоғаҙҙар тамам шашҡан саҡта
Иман нуры булыр был “сыраҡ”,
айһыҙ төндә яныр яҡтыраҡ.

Ел-дауылдар осрар юлыбыҙҙа...
Тик һүнмәһен бер үк “шәм-сыраҡ”!
Беҙ уҡытҡан ошо балаларҙың
яҙмыштары булһын яҡшыраҡ.

Ҡурҡмаһындар улар килер көндән,
Тормош юлы булһын яҡтыраҡ.
Ҡараңғылыҡ йәнде ҡоршағанда
Үҙҙәре лә булһын “шәм-сыраҡ”!

ЭЛӘКМӘЙ ТИҘӘР ТӨЛКӨНӨ...
Эләкмәй тиҙәр төлкөнө
ике тапҡыр ҡапҡанға.
Беҙҙең иһә меңенсе ҡат
Шул ҡапҡанға ҡапҡанға.
Төлкөләй ҙә зиһен юҡмы?!
Бәйләгәнме күҙебеҙ?
Муйынындағы боғалаҡты
мунсаҡ тиҙер күбебеҙ.
Күҙ бәйләнгәс күренмәй шул
Соҡор ҙа алда ятҡан.
Бер ҡатлы булғас үҙебеҙ
Тантана итә ялған.

ТЕЛ ИКӘН...
Һөйөү тәхетенә мендергән дә,
Һөйгән йәрҙән тамам биҙҙергән дә,
Илар ғына саҡта көлдөргән дә,
Башыбыҙҙы түбән эйҙергән дә
һөйәкһеҙ ҙә генә тел икән!
Тел икән шул,бары тел икән!
Фекереңде төйнәп,һүҙҙәреңде
уйлап ҡына әйтә бел икән!

ҺҮҘҘӘРЕМӘ ҠОТ ҠОЯМЫН
Һүҙҙәремә ҡот ҡоямын-
ҡотло булһын.
Морон төрткән үлән кеүек
һутлы булһын.
Әйтер һүҙем ҡылыс кеүек
үткер булһын.
Һәр һөйләмдә уйға һалыр
фекер булһын.
Ҡотло һүҙем күңелдәрҙе
имләр булһын.
Тик дөрөҫөн,хәҡиҡәтте
һөйләр булһын.

ТЕЛЕ БАРҘА ЙӘШӘР ХАЛЫҠТАР
Йөрәктәргә уйып яҙылған
Хан замандан килгән Хәҡиҡәт:
Юҡ,түгел ул ҡоро лаф ороу,
Һәм түгел ул өгөт-нәсихәт:
Теле барҙа-йәшәр халыҡтар!
Юҡҡа сығыр-теле ҡороһа.
Бал ҡортоноң бушар ояһы-
һағыҙаҡтар килеп һырыһа.
Әрһеҙ ҡәүем-гүйә һағыҙаҡ,
Баш йортома минең яҫҡана.
Күреп ҡалғас баллы кәрәҙҙе,
Ауыҙ итмәк булып тамшана.
Ә бер ҡәүем шашты бигерәк-
Тере килеш беҙҙе йотмаҡсы.
Үҙенеке итеп үткәнде,
Сал тарихты боҙоп,отмаҡсы.
Изге сиген үтеү Илемдең
сит ҡәүемгә беҙҙә тыйылған!
Ил һаҡларға тигән ҙур бурыс
йөрәктәргә,аңға уйылған.
Яҫҡыныу ҙа беҙҙә хупланмай
ғәзиздәрҙән ғәзиз телемә.
Ҡотоптарҙан ҡай саҡ иҫһә лә,
бирешмәйбеҙ заман еленә.
...Йөрәктәргә уйып яҙылған
Хан замандан килгән Хәҡиҡәт.
Юҡ,түгел ул ҡоро лаф ороу,
Һәм түгел ул өгөт-нәсихәт.

ҠОЛСОҒАҘЫМ
(Бик күп йылдар элек Белорет (элекке Әбйәлил) районының Абҙаҡ ауылында йәшәп,оло яуға-Бөйөк Ватан һуғышына өс улын оҙатып,иң кесе улы Зиннәттең хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙын алып,уны ғүмере буйына көтөп йәшәгән әсәйебеҙҙең өләсәһе Хөсниямал Хәйруллинаға арнала)
Нисәнсе ҡат гөрләп килде Ергә яҙым...
Һин шаһитһың барыһына,Ҡолсоғаҙым.
Аҡтарылып аҡты боҙҙар ярҙарыңдан...
Йәнем әрнеп, уйыламын уйҙарымдан.

Өс улымды оҙатҡайным оло яуға,
хәсрәтемде эскә йотоп, һинең ярҙа.
Ул саҡта ла боҙҙар аҡты...Улдарымдың
эҙкәйҙәре тороп ҡалды һуңғы ҡарҙа.

Ялғандылар көндәр төнгә,төндәр-көнгә,
Ҡолсоғаҙым,һыуҙарыңдай аҡты ваҡыт.
Көтмәгәндә,бөтөнләйгә көтмәгәндә
ҡайғы ҡаҡты йөрәгемә,рухым сарпып.

“Кинйә улың юғалды,-тип,-эҙһеҙ генә”,
хәбәр килде оло яуҙан,йәнде өтөп.
Шул көндән һуң әллә күпме йылдар үтте...
Ғүмеркәйем үтеп бара улым көтөп.

Бына тағы гөрләп килде Ергә яҙым...
Һин шаһитһың барыһына,Ҡолсоғаҙым.
Ҡайғы ҡатыш Шатлығым да ишек ҡаҡты-
ике улым оло яуҙан иҫән ҡайтты!

...Кинйә улым-төпсөгөмдө көтәм һаман.
Ҡайтыр әле яҙған булһа,ҡайтыр балам.
Ҡайтып инһә әҙер торһон аш-һыуҙарым,
Мейесемде һүндермәйем-усаҡ яғам.

ҠАЙТЫРҺЫҒЫҘ!
(Бөйөк Ватан һуғышына китеүсе улдарына өләсәйҙәрҙең теләгәне)
Таң атҡанда өйкөм-өйкөм ҡоштар
Ҡуҙғалғанда йылы яҡтарға,
Шул ҡоштарҙай, вагондарға тулып,
Киттегеҙ һеҙ илде һаҡларға.

Был һуғыштың әсе һөрөм,саңы
Һеңеп ҡайтыр һеҙҙең кейемгә.
Юйылмаҫлыҡ эҙе ҡалыр йәндә,
Һеңеп рухҡа, һеңеп күңелгә.

Ҡайтырһығыҙ, беләм, уландарым,
Ҡоштарҙан да алда ҡайтырһығыҙ.
Ҡояш ҡалҡып,йондоҙ күҙен йомғас,
Тыуған йорттоң иш(е)ген шаҡырһығыҙ.

Һуғыш туҡтар...Әммә оҙон-оҙаҡ
Яңғ(ы)рар әле йәндә шаңдауы.
Кем юғалтҡан яуҙа яҡындарын-
Юйылмаҫ шул мәңге аһ-зары.

ЙӘН ҺАУЫТЫМ

Йән һауытым туҙмаһа ла,
Тән һауытым туҙыр бер мәл.
Ямаһам да,ҡоршаһам да,
Һаҡлар өсөн тапмам әмәл.

Бошона тип һис уйлама
Тән һауытым туҙғанына.
Иҫкән елдәй ғүмеремдең
Һиҙҙермәйсә уҙғанына:
Һәр кемгә лә һанап ҡына
Бирелгән бер ғүмер инде.
Тәҡдиренә яҙғанына
Әҙәми зат күнер инде.

Ҡай саҡ ошо ғүмерҙәрҙең
Ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ бит-
Осһоҙ шатлыҡ,бәхеттәрҙе
Әллә ҡайҙан эҙләйбеҙ бит.

...Йән һауытым туҙмаһа ла,
Тән һауытым туҙыр бер мәл.
Ямаһам да,ҡоршаһам да,
Һаҡлар өсөн тапмам әмәл.

ҺӘР КЕМ КҮРЕР...
Һәр кем күрер тәҡдир ҡушҡан,
Яҙмыш яҙғанын.
Кемдер, бәлки, шәйләмәҫ тә
Ғүмер уҙғанын.

Һәр әҙәм дә хәсрәт һыуын
эсмәйсә булмаҫ.
Ҡайһы саҡта юлға сыҡһа,
Юлы ла уңмаҫ.

Өмөт йәшәтер әҙәмде
ғүмере буйы.
Һәм күңелен нурлар һәр саҡ
саф, яҡты уйы.

Маңлайына яҙылғанын
Ул күрмәй китмәҫ.
Йәшәү серен аңлар өсөн
Ғүмере етмәҫ.

Ҡырҡ бер энә
Кеше үлгәс,тере ҡалған яҡынының
Йөрәгенә ҡаҙалыр,ти,ҡырҡ бер энә.
Өс көн үткәс, өс энәһе төшөр, тиҙәр,
Етенсеһе төшөр,тиҙәр,етеһенә.
Ҡырҡ көн үткәс,ҡырҡ энә лә төшөп бөтөр,
Тороп ҡалыр әрнеттереп тик бер энә.
Хәтерләтер ул йөрәкте сәнсеп-сәнсеп:
Был ғүмерҙәр тик бер генә,тик бер генә.

АҠ ДАЛА
Сал дала өҫтөнән бөркөттәр
Шым ғына күҙ һала донъяға.
Юҡ тауҙар,юҡ бында урмандар,
йылғалар шауламай,тын аға.
Ҡылғандар елдәрҙә сайҡалһа,
Аҡ нурға ҡойона аҡ дала.
Был яҡта бар донъя яп-яҡты,
Байҡаһаң даланы-күҙ тала.
...Иҫкән ел шикелле даланан,
Ғүмерҙәр үтә шул ҡабалан.
Мәңгелек түгел шул бер кем дә-
Донъянан китербеҙ бер заман.
...Ҡылғандар елдәрҙә сайҡала,
Аҡ нурға ҡойона аҡ дала.
Был яҡта бар донъя яп-яҡты,
Байҡаһаң даланы-күҙ тала.

БЕР НӘМӘГӘ ЛӘ ҮКЕНМӘ!
Бер нәмәгә лә үкенмә-
Үткәне үткән инде.
Йөрәгеңде ҡайғы-хәсрәт
Ҡасандыр өткән инде.

Бөгөн бит һин бәхетлеһең!
Һил тынлыҡ күңелеңдә.
Ауырлыҡты күп күтәрҙең,
Күтәрсе еңелен дә.

Тормошҡа ашмағандыр ҙа
Күпселек хыялдарың.
Әммә бәхет тулҡындары
Йыуа ғүмер ярҙарын.

Ҡайһы саҡта буталғандыр
Яҡшы менән Насар ҙа.
Бөгөн улар көн итәләр
Ҡапма-ҡаршы ярҙарҙа.

Йәшәй-йәшәй аҡыл керә,
Яҡтыра зиһенгенәң.
Нисә йәштә булһаң да һин,
Йәп-йәштер күңелгенәң.

...Бер нәмәгә лә үкенмә!
Үткәне үткән инде.
Бәхетең, оҙаҡ көттөрөп,
Саҡ килеп еткән инде.

"Юшатыр" гәзите коллективы Сулпан апайҙы юбилейы менән ихлас ҡотлай, шағирәгә иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ, ижад ҡомарығыҙ һис ҡасан һүрелмәһен!

Автор:
Читайте нас