

Өфөнән Тамара апай Ғәниеваның ҡыҙы Неля (ҡаҙармалар уны Наилә тип белә) ҡайтып төшкән. Тәүҙә ул Ермолаевола Еңеү байрамы шаһиты булды, аҙаҡ Кинйәбайға юл тотто – әсәһенең ҡайнар сәләмдәрен еткерергә. Күп китеп китаптар алып ҡайтҡын Тамара апайҙыҡы ла бар, башҡа яҙыусыларҙыҡы ла.
- Ҡуй инде, мырҙама ҡунаҡҡа тип кенә ҡайтҡан инем, бер юлы ошо китаптарҙы мәктәпкә ҡалдырып китермен тип уйлаған инем, Лира Рафаил ҡыҙы, һеҙ минең бәләкәс кенә сәфәремде ололап ебәрҙегеҙ, - тине Неля Шәмсетдин ҡыҙы. Район башлығы үҙе, хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова, Керәүле ауыл биләмәһе башлығы Игорь Ворошилов, Керәүле-Илюшкин мәктәбе директоры Надежда Ворошилова, йәмәғәт палатаһы рәйесе Эльза Васильева, ҡаҙармалар үҙҙәре булды был күркәм байрамда.
Кинйәбайҙар хәтәр әҙерләнгән, йәшәгән донъялары бәләкәй генә һымаҡ, ә күңелдәре йыһандан киң. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ, аҙаҡ ауылдаштары әҙерләгән тамашаны ҡараныҡ.
Тамара апайыбыҙ ныҡ сирләй әле, ҡыҙғанысҡа, үҙе, бына әле, ошонда баҫып торһа, ҡалай шәп булыр ине, Т. Ғәниеваның ике һүҙенең береһе Ҡаҙарма бит, ауылымды һағынам ти ҙә тора, уның ҡайта алмауы бигерәк йәл.
Ә ауылдаштарының Шағирәгә булған ихтирамын күрһәгеҙ! Ата-әсәһе - Әхмәтшәриф менән Әминәне - бик йылы итеп иҫкә алдылар, Тамара апайға, ҡыҙы аша, әллә күпме матур теләк-сәләмдәр юлланылар. Халыҡ шағирының ауылдашы ғына түгел, ә йәшлек иптәше нәски бәйләп алып килгән - бир, кейһен, аяҡтары өшөмәһен.
- Ул бәләкәстән ныҡ ҡыҙ булды, Наилә ҡыҙым, ҡайтҡас, әйт, бирешмә, Тимербикә, тип наказ бирҙе ауылдаштарың тиең.
...Кинйәбайҙа күберәк балалар тыуһын, - был наказды Лира Тереғолова әйтте, - Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы ла быға бик ҡыуаныр.
Мәктәптәре ябылыу өҫтөндә, 4 кенә бала уҡый.
- Бәлки, япмаҫтар, ә? Киләһе йылға уҡыусылар һаны 5-әү була?
- ...
Неля Ғәйнетдинова илап ебәрмәҫкә ныҡ тырышты, күңеле тулышҡайны. Үҙе лә ошонда ҡасандыр ялан аяҡ йүгереп йөрөгән бала бит. Әсәһен яратыуҙары ла көслө тәьҫир итте. Үҙен бүләктәр менән күмде лә ташланылар – алып ҡайтып еткереп тапшыр Тимербикәбеҙгә!
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.