Көйөргәҙе районы муниципаль районы Советы ҡарары менән уға «Көйөргәҙе районының маҡтаулы гражданы» тигән юғары исем бирелде.
Барлыҡ Көйөргәҙе районы халҡы исеменән һәм шәхсән үҙемдән Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙына крайыбыҙҙың мәҙәниәтенә һәм рухи мираҫына индергән баһалап бөтмәҫлек өлөшө өсөн тәрән рәхмәтемде белдерәм. Уның һәр бер шиғырында ерлебеҙҙең тарихы, йәне һәм ҡабатланмаҫ колориты йәшәй. Уның ижады — үткән тормыш менән киләсәк араһындағы күпер, күп быуындар өсөн илһам сығанағы ул.
Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ҡаҡшамаҫ энергия һәм күңел тыныслығы теләйем. Уның таланты йөрәктәребеҙҙе яҡтыртып, артабан да балҡыһын!
Лира Тереғолова, Көйөргәҙе районы башлығы.