Все новости

Сирләңкерәп торһа ла....

Зариф Байғусҡаров, Дума депутаты, кисә Күмертауҙы иңләһә, бөгөн районды буйлай. 

Сирләңкерәп торһа ла....
Сирләңкерәп торһа ла....
Әле генә граждандарҙы ҡабул итте. Һәммәһе 6 кеше яҙылғайны депутатҡа керергә, төрлөһөн төрлө яҙмыш йөрөтә, кемдер капремонт өсөн аҡсаны дөрөҫ тотмағандар тип килгән. Яңы Отрадаға берәй ҡасан газ инәме тип тә килгәндәр (мәңгелек һорау), Айсыуаҡҡа сыға торған тимер юл мәсьәләһе (был һорау ҙа мәңге хәл ителмәҫ кеүек)....
Зариф Закир улы саҡ ҡына ауырыңҡырап торған һымаҡ, һыуыҡ тейгән ахры, шулай ҙа килгәнде тыңламай булмай - тыңланы. 
Аҙаҡ актовый залға үттеләр - бында район активы менән осрашыу була. Торараҡ Ермолаевоның 1 мәктәбенә бара, бында ГИБДД класы асыла, Айсыуаҡҡа ла бара - Берҙәм Рәсәй партияһы ярҙамы менән был ауылды почта бүлеге ремонтланып ята.
Тулыраҡ - киләһе һанда.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: