Все новости

Депутаттың ҡотлауы

Бына һиңә, көтмәгәндә!

Депутаттың ҡотлауы
Депутаттың ҡотлауы
Ҡоролтай депутаты, ҡаланың тотҡаһы КүмАПП-тың генераль директоры үҙе килеп беҙҙе ҡотлар тигән уй төшкә лә кермәй ине. 
Ә ул бына тора, яныбыҙҙа ултыра - Плохова Ольга Николаевна. Рәсәй баҫмаһы көнө менән ҡотларға тип, үҙе килгән.
КүмАПП хәлдәре (улар, ысынында, насар түгел икән, тимәк, йәшәйбеҙ әле), депутатлыҡ (кеше бәләләрен тыңлап ялҡманығыҙмы, ниңә генә депутат булдым икән тип, үкенмәйһегеҙме) эше тураһында байтаҡ ҡына һөйләштек. Беҙгә Ольга Николаевна уңыштар теләне. Һеҙ - тормоштағы мөһим кешеләр тип ҡанатландырып ебәрҙе. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, бурыслы булып ҡалмаҫҡа тырыштыҡ:
- Һеҙ бик сибәр ҡатын. Тормошоғоҙ ҙа, үҙегеҙгә оҡшап, матур булһын.  
Автор:
Читайте нас: