Все новости

Бахмут янындағы хәл

Был ауылға тиклем юлдар насар түгел.

Бахмут янындағы хәл
Бахмут янындағы хәл

Асфальт. Покровка менән Бахмут араһы юлы ла тип тигеҙ. Бындай ерҙә ул-был булмаҫ кеүек тойола, яйлап, ашыҡмай, абайлап ҡына бар.
Әммә ҡайҙа тәгәрәрен белмәй бәндә, ҡапыл, бер секундта, яңғылыш аҙым яһай, төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға юл ҡуя. Кисә тап ошо матур юлда авария булған. Аңлауыбыҙса, кемдер кемдеңдер ҡаршыһына сыҡҡан. Бәхеткә, барыһы ла иҫән, йәрәхәт алғандар бар, улар дауаханала.

Автор:
Читайте нас: