Был һорауға төрлөһө төрлөсә яуап бирер, кемдер был вазифаны ҙур дәрәжә һымаҡ күрәлер, ҙур кешеләр араһында, түрәләр янында йөрөйөм, ҡулымдан киләме-юҡмы, белемем етәме-юҡмы - быныһында эш юҡ, уның ҡарауы депутат тигән исемем бар. Икенселәрен уның выжданы һайлауҙарға этәрәлер, бәлки, депутат булһам, нимәнелер яҡшы яҡҡа үҙгәртә алырмын?
Ғәйнетдин Мөхәмәтовты район-ҡала ғына түгел, республика, унан арыраҡ йәшәгәндәр ҙә яҡшы белә, шуға Ғәйнетдин Ғәзиз улы кем ул тигән һорауға яуап эҙләү кәрәкмәй. Бер срок район Советы депутаты булды, уға тиклем, йәш сағында әле, ауыл Советы депутаты ла булған, ауыл башлығы ла булып эшләп алды. Бына килеп, әле тағы ла район депутаты булып һайланды.
Бөгөн бөтә донъяһын әйләнеп сыҡтыҡ - йәшәгәс, йәшәй белә кеше - нимә етмәй һеҙгә Ғәйнетдин абзый, сәйәсәттән, райондың бөтмәҫ проблемаларынан, төрлө ығы-зығыларҙан ситтә тороп, үҙ көйөңә рәхәтләнеп йәшәп тик ят, ә?
Ғ. Мөхәмәтовҡа нимә етмәй, был турала киләһе һанда гәзиттә баҫыла.