Все новости

“Үҙ өлөшөмдө индергем килә”

Айнур Фәнис улы, һеҙҙе ҡала Советы депутаты булып китеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!

“Үҙ өлөшөмдө индергем килә”
“Үҙ өлөшөмдө индергем килә”

- Мин Күмертауҙа тыуҙым, бында үҫтем, уҡыным. Тыуған ҡалам үҫешенә үҙемдең дә өлөшөмдө индергем килә.
- Депутат нимәлер хәл итә аламы?
- Әлбиттә. Иң мөһиме – ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү, уны таҙа тотоу, уңайлы мөхит булдырыу һәм йәштәрҙе йәлеп итеү, уларҙың ҡалабыҙҙа тороп ҡалыуҙары өсөн көрәшеүҙе күҙ уңында тотам. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа ситкә китеүселәр һаны артыуы күҙәтелә.
- Бының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
- Эш юҡ, хкҙмәт хаҡы түбән, шуға ла күбеһе ҙур ҡалаларға, сит тарафтарға китә. Ҡулдарына диплом алғандар, эшкә кергәс тә, мул эш хаҡы алырға теләй. Мәҫәлән, уҡытыусылар, институтта уҡып бөтөп эшкә урынлашҡас, бәләкәй эш хаҡынан башлай. Сөнки уға тәүҙә категория, тағы әллә нимәләр үтер кәрәк. Башҡа эш урындарында ла шулайыраҡ инде.
- Йәштәр дөрөҫ уйлайҙарҙыр. Уларға хәҙер йәшәр кәрәк, ә ҡартайғас түгел. Минең ҡарамаҡҡа улар беҙҙән күпкә аҡыллыраҡтарҙыр.
- Беҙҙең 3-сө, 4-се курс студенттары производство практикаһы үткәндә күп хеҙмәт хаҡы түләгән предприятиеларҙы һайлайҙар. Күбеһе вахта менән Себергә барып, айына 200-шәр мең һум алып ҡайта. Машина алып ебәрәләр. Хатта күп студенттарҙың машиналары беҙҙекенән яҡшыраҡ та.
- Ошо ҡалала үҫкән кеше һәм депутат булараҡ тәү сиратта ниндәй проблемаларҙы хәл итер инегеҙ?
- Бөтәһенә лә билдәле булған юлдар проблемаһы. Йәйен соҡорҙар, ә ҡышын ҡарҙар йәнде көйҙөрә. Ҡарҙы үҙ ваҡытында сығарыу мөһим, быны тәбиғәткә һылтап ҡына ултырып булмай, ә хәл итер кәрәк, контроль кәрәк. Ошо проблемаларҙы өйрәнергә, уны хәл итеү юлын табырға теләйем. Ҡалабыҙҙа уңайлы мөхит булдырыу мотлаҡ.
- Беҙҙең бит сауҙа йорттары янына ла барырлыҡ түгел, йәйен саҡыр-соҡор булһа, ҡышын ҡар күмгән. Үҙҙәренең тирә-яғын хужалары үҙҙәре ҡарарға тейеш түгелме икән? Шлуай уҡ беҙҙә башҡа ҡалаларға ҡарағанда бар нимәгә лә хаҡтар юғарыраҡ булыуы ла хайран ҡалдыра. Торлаҡ, аҙыҡ-түлек һәм башҡаға, быны нисек аңларға, беҙҙә байҙар йәшәй килеп сығамы?
- Һеҙҙең менән килешәм, хаҡтар юғарыраҡ булғас, тимәк, һорау ҙа күп. Быларҙың барыһын да өйрәнер кәрәк.

Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: