Все новости

Алтынсының беренсеһе булды

Район Советы ултырышында президиумда Ғәйнетдин Мөхәмәтовты күргәс, кемдәрҙер шыбырлашты.

Алтынсының беренсеһе булды
Алтынсының беренсеһе булды
- Ул буламы икән ни?
Район Советы рәйесе вазифаһына кемде һайларҙар - ошо һорау тынғылыҡ бирмәй ине, рәйес бит, ысынында, районда башлыҡтан да юғарыраҡ торған кеше. Тик гел был урында ултырған депутат күләгәлә ҡала ине, ҡырҡа һорауҙар бирмәй, кадрҙар мәсьәләһенә ҡыҫылмай (бер аяғын күтәргәнсе, икенсеһен эт ашарҙар күп хакимиәттә йәки бар шөғөлөн үҙен фотоға төшөрөп социаль селтәргә һалыуҙа тип күргәндәр). 
Әммә Ғәйнетдин Ғәзиз улы ултырышты асты ла төшөп китте. Артабан һүҙҙе был эштә оҫтарып бөткән А. Самсоненко алды. 
- Беҙ, кәңәш-төңәш иткәндән һуң, ошондай ҡарарға килдек: Совет рәйесе вазифаһында Дамир Байгилдин булырға тейеш. Дамир Таһир улы 1977 йылда тыуған, шунда-шунда уҡыған, мәктәптә эшләгән, әле Киров хужалығында етәксе. Эше ныҡ ауыр булһа ла (яғыулыҡ, запас частәргә, башҡаһына хаҡ йыл үҫәһен, көн үҫә, ғөмүмән, ауыл хужалығында эшләүе гел анһат булманы), хужалыҡ эшен алға алып бара. Уны күптән беләбеҙ, эшлекле, инициативалы егет... 
Дамир Таһир улы, саҡ ҡына әҙәп һаҡлап, көтмәгәйнем, тине. Рәхмәт белдерҙе. 
- Ул гелән, депутаттар йыйылышы булған һайын, ниндәйҙер һорауҙар биреп аптырата торғайны, башҡалар өндәшмәй, Д. Байгилдин тора ла баҫа ине, артабан да шулай тынғыһыҙ булырмы?
Быныһын ваҡыт күрһәтер, ә әлегә Дамир Таһир улына һәм алтынсы саҡырылышҡа һайланған барлыҡ депутаттарға уңыштар теләйбеҙ.  
Автор:
Читайте нас: