Тәүгеләрҙән булып депутатҡа үҙ һорауын Әнүзә Мирасова бирҙе. Ул йәйен малдарҙы көтөү өсөн көтөүсе табыу, уға мал башына күпме түләү кәрәклеге тураһында һорауҙарын бирҙе. Малдарҙы ҡасырыу өсөн үгеҙ мәсьәләһен дә күтәрҙе. Рәмзиә Собханғолова ла электр көтөүсе алыу күпме тороуы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ барыһын да борсоған юл проблемаһы ла ситтә ҡалманы. Гүзәл Аҙнабаева юлдарға ремонт кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Осрашыуға халыҡ күпләп килде. Яҡшымбәт халҡын илебеҙҙең яҙмышы ла борсоно. Улар Махсус хәрби-операцияла йөрөгән егеттәребеҙгә ярҙам итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы