Боронғо дәүләт ул, донъяға әллә күпме асыштар индергән, тарихы, архитектураһы, бөйөк кешеләре менән дан алған дәүләт. Әле лә, йәшерене юҡ, Ер шарында алдынғы урындарҙы биләй (иҡтисадты күҙ уңында тотабыҙ, илебеҙ уның машиналары менән тулды, магазинға ингәндә, нимә ята тиһәң, Ҡытай тауары ята). Беҙҙең картаға ҡарап ҡына күҙ ҡыҙа (эх, исмаһам, бер барып ҡайтҡанда!), ә район Советы депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов әле унда йөрөй. Ял итә. Дөрөҫөрәге, дауалана. Һаулыҡтың кеше өсөн нимә аңлатҡанын Ҡытай философтары әйтмәһә лә аңлар йәшкә еткән халыҡбыҙ, эшҡыуар үҙе лә шулай тип яҙған:
- Беҙ күп йөрөнөк, но бындағы традиционный лечения ға бер ҡайҙа ла етмәй, массаж, иглотерапия, энә һәм банка менән ҡанды сығарылар, аяҡҡа ғына бер сәғәт массаж эшләйҙәр...
Һаулығығыҙҙа нығытып, иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын, Ғәйнетдин Ғәзиз улы, көсөгөҙ әле алдағы көндә күп кәрәк буласаҡ – бында, күреп тораһығыҙ, ҙур үҙгәрештәр бара.