Теге көн йыбырлашып ятҡан балыҡ видеоһын
ҡуйғас, ошондай һорауҙар менән йөҙәттеләр (кемеһелер шылтыратып һораны, шәхсән яҙҙы), балыҡ ене ҡағылғандар күп икән.
Артур Яппаров:
- Добрый день. А поточнее координаты напишите??? Не пропадать же рыбе.
Фаягуль Абсалямова:
- Был ниндай йылга кем бела?
Айнур Якшибаев:
- Где это?
Басмач Полковой:
- Молчат шпионы.
Видеоның башында Ковалевка тип әйтә лә баһа, шулай булғас, билдәле, ҡайҙа икәне тип уйлағайныҡ. Географияны бик белеп етмәйҙәрме икән. Ковалевка, Бөгөлсән, Пчелка - тимәк, Ағиҙел йылғаһы, унда башҡаса һыу юҡ.
Балыҡмы? Унда йыл да ошолай хәл, тине беҙгә егеттәр, тоҡлап алып ҡайтабыҙ, ҡуйыр урын тапмайбыҙ.