Бына һиңә кәрәкһә, районды апаруҡ беләм тип йөрөгән кеше, ә Яңы Аллабирҙе (Татар Аллабирҙеһе) тигән ауылда булған юҡ икән. Ошондай матур ауылды күрмәй, ошоңарса нисек йәшәгәнмен - баш етмәй. Бик йәмле урында урынлашҡан ауыл. Егерменсе быуат башында ғына тиерлек барлыҡҡа килгән, тарихы оҙаҡҡа һуҙылмаҫҡа оҡшаған (йәл), бөтөп бара ул.
- Бына бынауында клуб ине, анауында магазин. Гөрләп тора ине ул заманында.
Һулға тартырға өйрәткән Мораптал ауылы башлығы Асҡар Кинжәлиев был, тарт тиеүе анһат, ауылды тапҡансы әллә нисә әйләнергә тура килде - йыраҡ ҡына икән.
- Ана, күрәһеңме, Ырымбур өлкәһе Аллабирҙеһе, йәйәүләп тә барып етеп була бынан.
...Ауылды ташлап киткәндә, ниңәлер, күңелгә ауырыраҡ булды, әйтерһең, ул кешеләргә үпкәләй һымаҡ ине.