Все новости

Шифа

Халыҡ, ысынында, ризалырмы-юҡмы, һуңғы мәл тауыш-тын ишетелмәй, буғай.

Шифа
Шифа
Керәүле юлдары буйлап йөрөгән, аҡ балсыҡ ташыған машиналарға булған дәғүәне әйтәбеҙ. Юғиһә, юлдарҙы бөтөрҙөгөҙ тип, элегерәк ҡайҙа ғына ялыу яҙып бөтмәгәйнеләр. Әле Ҡаҙарманың данлыҡлы аҡ балсыҡлы күленә инеп сығайыҡ тиһәк (бында кеше һыу инә, балсыҡҡа буялып ята торғайны - шифа)... Юл ябыҡ. Ер байлығын ҡаҙалар икән, күргән юҡ ине карьерҙарын.
- Көнөнә егермеләп машина оҙатабыҙ, - тине беҙгә бында эшләп йөрөгән бер ир, - анауынан балсыҡты ҡаҙып алып, бына ошонда - тигеҙ ергә - өйәбеҙ һәм ошонан машиналарға тейәйбеҙ. 
Ел көслө, баштан аяҡ аҡ балсыҡ ҡомона ҡойондорҙо ла ҡуйҙы. Дауаһы булыр, тәнгә килешер тип ҡыуанырға ине лә, әллә ниңә был шифаға шатланғы килмәне.
Автор:
Читайте нас: