Аҙна башында Р. Хәбиров пляжһыҙ йәшәйһегеҙ тип, беҙҙе
орошто. Хәйер, ул өс йыл элек тә булманы, шулай ҙа, береһе лә йәйем һыуға кермәй үтте тип зарланманы, Ағиҙелгә барҙы, Отрадаға, Таймаҫ менән Яманһарыға, Бахмутҡа.
Уның ҡарауы, Күмертау рәсми пляжда һыу инә. Быйыл да шулай буласаҡ - ҡаланың иҫке быуаһында. Әле пляж "бында һыу инергә ярай" тигән танытма алған. Дөрөҫ, Төрҡиә йәки Дубай пляжы һымаҡ уҡ булмай, шулай ҙа йәйге селләлә ҡойоноп сығырға ярап тора.