Таныштарҙан кемдер йылы яҡтарға осто, икенселәре Тоҙло Илеккә юлланды - сихәте шәп бындағы күлдең, тиҙәр.
Көйөргәҙе районындағы Яҡут күле тураһында белгәндәр, ике уйлап тормай, туп-тура Яҡутҡа юл тотто. Әллә нисә мең һумдар түләп дауаланған санаторийҙарыңдан бер кәм ере лә юҡ. Дөрөҫ, әлегә бында Европа кимәленә тиклем йыраҡ, шулай ҙа беҙҙең халыҡ бындайҙы, киреһенсә, яҡыныраҡ күрә, ҡыйбат түгел, ябай, үҙебеҙсә, ауылса.
Бында йыл да концерттар ҙа ҡуялар, ял итеүселәргә теге йәки был артист килеп, йырлап-бейеп, китә. Культра йәһәтенән дә эштәр шәп ҡуйылған был күлдә. Тән дә дауалана, йән дә сихәт ала.
Тиҙҙән Яҡут күленә ҙур инвестор килә тиҙәр, күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, ошо күлгә 1,5 миллиард һум тотонорға уйлай. Төҙөлөш быйыл башланырға тейеш. Көтәбеҙ (ни булыр, нисек булыр, беҙҙең кеүек ябай кешегә урын булырмы?) һәм әлегә батҡаҡта аунайбыҙ. Әмәле булғанда.